Изотова Татьяна Алексеевна

БР-ҙың Юғары Советы депутаты

Изотова Татьяна Алексеевна (14 май 1947 йыл) — Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Изотова Татьяна Алексеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән

Биографияһы үҙгәртергә

Татьяна Алексеевна Изотова 1947 йылдың 14 майында Өфө ҡалаһында тыуған.

1962-1964 йылдарҙа Өфөлә һөнәри-техник училищела уҡый.

Хеҙмәт юлын төҙөлөш тресында башлай, унда мастер булып эшләй, артабан Өфө электр лампалары етештереү заводына эшкә күсә.

1970 йылдан хеҙмәт эшмәкәрлеген «Башнефтезаводстрой» проект-төҙөлөш берекмәһендә дауам итә.

1990 йылда Башҡорт ССР-ының Конституция комиссияһы ағзаһы итеп һайлана [1]

1991 йылда Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советына Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының 55-се округынан халыҡ депутаты итеп һайлана. БАССР Юғары Советының ХII саҡырылышында Ҡатын-ҡыҙҙар эштәре, ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау комиссияһы ағзаһы була.[2].

Был саҡырылыш - тарихи саҡырылыш була, сөнки тап ул республиканың статусы үҙгәреүе, «Башҡортостан Республикаһы» тип атала башлауы тураһында закон ҡабул итә, яңы дәүләт органдары барлыҡҡа килә. Республиканың Юғары Советы тарихы ошо саҡырылышта туҡтай. Башҡортостан Республикаһының берҙән-бер юғары вәкәләтле һәм закон (ҡанун) сығарыу дәүләт органы тип Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай иғлан ителә.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Изотова Татьяна Алексеевна бер ул тәрбиәләп үҫтергән [3] .

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Верховного Совета Башкирской АССР от 13.10.1990 № ВС-3/5 ОБ ОБРАЗОВАНИИ КОНСТИТУЦИОННОЙ КОМИССИИ БАШКИРСКОЙ ССР
  2. 12 созыв (БАССР)
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә