Изге Квирин базиликаһы

Изге Квиринус базиликаһы (нем. Quirinus-Münster) — Нойс ҡалаһында католик сиркәү (Төньяҡ Рейн-Вестфалияның федераль ере).

Изге Квирин базиликаһы
Нигеҙләү датаһы 1209
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Нойс[1]
Епархия Архиепархия Кёльна[d]
Архитектура стиле роман архитектураһы[d]
Мираҫ статусы архитектура ҡомартҡыһы[d]
Рәсми сайт st-quirinus-neuss.de
Изге ҡурсалаусы Квирин Нойский[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Quirinus-Münster (Neuss)[d]
Карта
 Изге Квирин базиликаһы Викимилектә

Базилика планы
 
Сиркәү хоры
 
Базилика көмбәҙе
 
вестверк башняһы

Нойсҡа б.э. тиклем 16 йылда Новезий исеме аҫтында римляндар тарафынан нигеҙ һалына. I быуатта Нойста, Кельн һәм Ксантендағы кеүек, христиан общинаһы формалаша. Боронғо римляндарҙа ҡабул ителгән кеүек, мәрхүмдәрҙе ҡаланан ситтә ерләйҙәр. Бөгөн бындай ерләүҙәр Изге Квиринус базиликаһы районында урынлашҡан. Ғибәҙәтхананың апсидаһының нигеҙ ташы аҫтында ҡәберлектәр табылған, иң боронғолары уларҙың рим ваҡыттарына ҡарай.

850 йылда рим некрополе урынында бенедиктинсылар монастырына нигеҙ һалына. Норманн һөжүменән был монастырь 866 йылда дусар була микән, әммә, һуңыраҡ ул затлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың монастыры итеп үҙәгртелеүе билдәле.

Монастырь сиркәүе тураһында тәүге тапҡыр телгә алыу 1043 йылға ҡарай. Шул ваҡытта уҡ ҡаланы ҡурсалаусы булараҡ, Квиринус Нойскийҙың исеме беренсе тапҡыр телгә алына. 1050. йылда папа Лев IX ваҡытында, бенедиктин монастырын етәкләүсе аббатиса Гепа үтенесе буйынса, изгенең мәйете рим катабомбаларынан тантаналы рәүештә Нойсҡа күсерелә.

Изге Квиринус мәйетенә ҡағылырға теләгән ғибәҙәт ҡылыусыларҙың ағымы монастырға яҡшы килем килтерә. Тап килемдең артыуы монастырға яңы ғибәҙәтхана төҙөүгә мөмкинлек бирә. Буласаҡ сиркәүҙең нигеҙенә беренсе таш 1209 йылдың 9 октябрендә һалына[2].

Буласаҡ сиркәүҙең проектының нигеҙе булып Кёльндағы Изге Мария Капитолийская сиркәүе тора. Ике сиркәүҙең оҡшашлығы һиҙелерлек, әммә Изге Мария Капитолийская сиркәүенән айырмалы рәүештә Изге Квиринус базилигының көнбайыш фасадында 100 м бейеклектәге ғәйәт ҙур дүрт ҡырлы башня була. Сиркәүҙең төҙөлөшө 1230 йылда тамамлана.

1741 йылда сиркәүҙе йәшен һуға, базиликаға көслө зыян килә. Тергеҙелеү эштәре барышында манарала Изге Квиринус фигураһы менән 45 метрлыҡ бейеклектә барокко стилендә көмбәҙ төҙөлә. Шул ваҡытта көнбайыш башняның бейеклеге 30 метрға кәметелә, ә уның өҫтөндә мөйөшләнгән 4 бәләкәй башня төҙөлә.

1802 йылда 9 июнендә наполеон министрыТалейран етәкселеге аҫтында үткән медиатизация барышында Рейн өлкәһендә булған бөтә монастырҙар секуляризациялана, ә Түбәнге Рейнды француз революция армияһы оккупациялаған ваҡытта Изге Квиринус базиликаһы талана һәм складҡа әүерелә, ә монастырҙың башҡа ҡаралтылары һүтелә.

Шулай уҡ киләһе йылдарҙа ла сиркәүҙе аямайҙар: 1914 йылда базилика янғындан көслө зыян күрә, ә 1944 йылда британия авиацияһының бомбаға тотоуы ваҡытында — бомба шартлауынан зыян күрә. Базиликаны өҙлөкһөҙ һәм бик ҡиммәтле йүнәтеү беҙҙең көндәргә тиклем дауам итә, әммә бөгөн үк 800 йыллыҡ ҡоролманы матур торошта күрергә мөмкин.

2009 йылдың 10 июнендә папа Бенедикт XVI Изге Квиринус базиликаһына Кесе папа базиликаһы (лат.Basilica minor) исемен бирә[3][4].

 
Мозаикалары
 
Базилика интерьеры (көньяҡ диуары)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Koch, Wilfried: Baustilkunde.
  3. Сайтта «NGZ-online Neuss» 2013 йыл 23 ғинуар архивланған. (нем.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Изге Квиринус төрбәһе
  • Vollständiges St. Quirinus-Jubiläums-Büchelchen, für Pilger, enthaltend die Geschichte der Bekehrung und des Märterthums des hl. Quirinis, und der Uebertragung Seiner hl. Reliqien nach der Stadt Neuß; so wie die von Sr. Heiligkeit Papst Pius IX. erlassene Jubiläumsbulle nebst den am 5. Mai und den 7 folgenden Tagen zu haltenden Meß-, Litanei-, Psalter- und andern Andachten zum h. Quirinus und beim Gebrauche des Quirinus-Wassers Engels & Lensch, Düsseldorf 1850 (нем.)
  • Wilhelm Effmann: Die St.-Quirinus-Kirche zu Neuss : unter Zugrundelegung der Restaurationspläne des Regierungsbaumeisters Julius Busch. Düsseldorf 1890 (нем.)
  • Max Tauch: Das Neusser Münster. Geschichte — Architektur — Ausstattung, mit Fotografien von Robert Boecker. J. P. Bachem Verlag, Köln 2009, ISBN 978-3-7616-2297-1  (нем.).
  • Helmut Wessels: Neuss und St. Quirin zu Fuß — 3 Rundgänge durch das mittelalterliche Neuss und das Quirinusmünster. 2004, ISBN 3-7616-1801-8 (нем.), ISBN 3-7616-1956-1 (инг.)