Иж (Кама ҡушылдығы)

Иж (удм. Оӵ, татар. Иж йылға) — йылға. Удмурт һәм Татарстан Республикаһы биләмәләрендә ага. Кама йылғаһының уң ҡушылдығы.

Иж
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Кама
Ҡушылдыҡ Кесе Иж, Оло Умринка, Бегешка, Селычка, Чур, Важоиха, Пестовка[d], Люк, Пазелинка[d], Позимь[d], Пироговка (йылға), Сепыч(Иж ҡушылдығы), Старая Кенка[d], Лудзя-Шур[d], Лудзинка, Яганка, Постолка (йылға), Постолка(Иж ҡушылдығы), Агрызка, Бобинка, Чаж, Кырыкмас, Варзинка, Азевка, Искал-Шурка һәм Варзи[d]
Йылғалағы һыу ятҡылығы Ижевск быуаһы
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Һыу сығымы 34,1 м³/с
Бассейн майҙаны 8510 км²
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Удмурт Республикаһы һәм Татарстан Республикаһы
Оҙонлоҡ 237 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Ижа (приток Камы)[d]
Карта
 Иж Викимилектә

1978 йылдан Татарстан Республикаһының төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Этимологияһы үҙгәртергә

«Иж» («ыж») топоформанты борон һыу сығанағын билдәләү өсөн үҙ аллы һүҙ булараҡ ҡулланылғандыр, тип фаразларға мөмкин. Шул уҡ формант удмурттар, коми-пермяктар һәм башҡа халыҡтарҙың географик объекттары атамаларында осрай (Варыж, Ижма, Иж (Пижма ҡушылдығы) йылғалары, Иж һәм Ижевск ауылдары)[1][2].

Характеристика үҙгәртергә

 
Кама бассейны

Йылға Оло һәм Кесе Иж йылғаларының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, ул Удмурт Республикаһының Игринский һәм Якшур—Бодьинский райондары ситендә урынлашҡан Кесе Ошворец ауылы эргәһендә башлана.

Йылға оҙонлоғо — 237[3] км (Ҙур Ижды ла индереп — 259 . км). Һыу йыйыу майҙаны 8510 км², шул иҫәптән Ижевск быуаһынан юғарыраҡ— 1640 км².

Удмуртия һәм Татарстан территорияһы буйлап көньяҡҡа табан аға, башынан (Татарстан өлөшөнөң оҙонлоғо — 97 километр) һәм Кама йылғаһына тамағынан 124 км өҫтәрәк ҡушыла.

Йылға тамағы өлөшләтә Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы һыуҙары аҫтында ҡалған. Һыуһаҡлағыс булдырылғанға тиклем Иж Татарстандың Менделеевский районындағы Ижёвка (элек Иж тамағы тип аталған) ауылы янында ҡойған.

Йылғаның һыу йыйыу учсткаһы ҡалҡыу тигеҙлектән ғибәрәт, уның рельефында Сарапул (170—250 абсолют бейеклеге метр) һәм Можгинский (230—250 метр) ҡалҡыулыҡтары айырылып тора. Һыу йыйыу бассейнының урманлы өлөшө 40 % тәшкил итә.

Иж йылғаһы ҡатнаш туҡлана, йәйге һыу кәмегән ваҡытта — ер аҫты һыуҙары менән туҡлана.

Йылға ғәҙәттә ноябрҙең беренсе декадаһында туңа башлай һәм 10-15 көн эсендә боҙ менән ҡаплана. Боҙ туңыу оҙайлығы яҡынса 3,5 ай. Яҙғы боҙҙан әрселеү 4-6 тәүлеккә тиклем һуҙыла, ғәҙәттә апрелдең беренсе декадаһы аҙағында була. Яҙғы ташҡын (март — июнь) осоронда йыллыҡ аҡманың яҡынса 58,8 % аға. Йәйге һыу кәмегәндә тотороҡло.

Ҡушылдыҡтары үҙгәртергә

Иж йылғаһының 62 ҡушылдығы бар. Уларҙың иң ҙурҙары:

Уң
Һул

Тораҡ пункттар үҙгәртергә

Йылға буйында берҙән-бер ҡала һәм ҙур тораҡ пункт — Ижевск, Удмурт Республикаһының баш ҡалаһы. Удмуртияның йылға буйында урынлашҡан сағыштырмаса ҙур ҡасабалары: Яган һәм Селычка, һәм Татарстандың Иж-Байҡы ауылы. Йылға буйындағы башҡа тораҡ пункттарҙың халҡы 100 кешенән кәмерәк.

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Кама бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — башынан тамағына тиклем Иж йылғаһы, йылға бассейны — Кама йылғаһы ҡушылдыҡтарының Ағиҙелгә ҡойғансыға тиклемге бассейны. Йылға бассейны — Кама[3].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010101212111100026890[3].

Галереяһы үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Атаманов М. Г. История Удмуртии в географических названиях (урыҫ)Ижевск: Удмуртия, 1997. — 248 с. — 2000 экз. — ISBN 5-7659-0731-8
  2. Ижевск и его окрестности / сост. А. В. Фертиков. — Ижевск: Удмуртия, 2009. — С. 3. — 78 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-7659-0530-2.
  3. 3,0 3,1 3,2 «Иж» — информация об объекте в Государственном водном реестре

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Река Иж (рус.). — Информация об ООПТ на сайте информационно-аналитической системы «Особо охраняемые природные территории России» (ИАС «ООПТ РФ»): oopt.aari.ru. Дата обращения: 30 июля 2019.