Игенсай
Игенсай(рус. Егинсай) — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Соль-Илецк ҡала округындағы элекке Первомайский ауыл Советы биләмәһендәге ауыл.
Игенсай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Соль-Илецк районы[1] |
Халыҡ һаны | 300 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 461546 |
Географияһы
үҙгәртергәСоль-Илецк ҡалаһының округ үҙәгенән көньяҡ-көньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 21 километр арыраҡ ята.
Климаты
үҙгәртергәКонтиненталь климатлы — һалҡын һәм ҡарһыҙ тиерлек ҡыш, йыш ҡына эҫе, ҡоро йәй. Ҡышҡыһын уртаса температура-15,8оС;; Уртаса йәйге температура + 21,2оС. Температураның абсолют минимумы — 44оС Йәйге абсолют максимум +42оС. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме 320 мм.[3].
Тарихы
үҙгәртергәИгенсай ауылына нигеҙ Аҡтүбә өйәҙе Хобда улусында 19-сы быуат аҙағында һалынған. 1931-32 йылдарҙа ауылда «Игенсай» колхозы ойоша, ул 1993 йылға тиклем эшләп килә[4].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылда даими халыҡ һаны 467 кеше (82 % ҡаҙаҡтар), 2010 йылда 300 кеше йәшәгән[5].
Этимологияһы
үҙгәртергәЫрымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында ошолай тип яҙа:
Название Егинсай тюркское, сложное, состоит из двух корней: егин (каз. яз.), иген (тат. и баш. яз.) означает «хлеб в зерне», вторая часть -сай переводится словом «овраг». Здесь надо привести производные от указанных слов: егинши (каз. яз.), игенсе (баш. яз) — «земледелец, землепашец, хлебороб». В целом сложное наименование Егинсай переводится как «хлеборобский овраг, овраг земледельцев». Овраг в данном случае широкий, с пологими берегами, поэтому можно сказать — Хлеборобская долина, которая начинается на возвышенном месте, а именно — на водоразделе между реками Илек и Малая Хобда, и простирается с понижением на юг в сторону Малой Хобды[6]. |
Б. Моисеев топонимды игенсе һәм сай һүҙҙәре ҡушылыуҙан килеп сыҡҡан тип аңлата. Атама башҡорт теленән килеп сыҡҡан тип һанарға була, сөнки «С» өнө «татарлаштырлып» «Ч» өнөнә күсмәгән. Сай һүҙенең, әйткәндәй, башҡорт телендә бер мәғәнәһе — ике тау араһы, тәрән соҡор, уй [7]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Генеральный план муниципального образования сельское поселение Первомайский сельсовет Соль-Илецкого района Оренбургской области. Материалы по обоснованию проекта (2013).(недоступная ссылка)
- ↑ Дреев П.Л. Топонимы Соль-Илецкого района. Часть 9 (2017).
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
- ↑ Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 158-се бит