Федотов Иван Дмитриевич

(Иван Дмитриевич Федотов битенән йүнәлтелде)

Федотов Иван Дмитриевич (28 ноябрь 1996 йыл, Санкт-Петербург) — Рәсәй хоккейсыһы, Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Силәбенең «Трактор» хоккей командаһы ҡапҡасыһы.

Иван Федотов
Файл:Ivan Vedotov.jpg
Позиция

Ҡапҡасы

Буйы

198 см

Ауырлығы

87 кг

Ҡулсыр

һул

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй

Тыуған көнө

28 ноябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (27 йәш)
Санкт-Петербург, Рәсәй

МХЛ драфты

2015 йылда 7-се раундта дөйөм 188-се һан аҫтында «Филадельфия Флайерз» клубы менән һайлана

Хоккейсы карьераһы
2013—2016 Рәсәй флагы Реактор
2014—2016 Рәсәй флагы Нефтехимик
2016—2019 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2016—2019 Рәсәй флагы Торос
2019—ә.в. Рәсәй флагы Трактор

Иван Федотов Санкт-Петербургта тыуа һәм шундағы СКА спорт мәктәбенә бара. 2009 йылда тәүге турнирҙа ҡатнаша. 2012/2013 йылдар миҙгелен ул Мәскәү өлкәһенең Электросталь ҡалаһындағы «Кристалл» хоккей клубында уҙғара.

Түбәнге Камала карьераһы

үҙгәртергә

2013 йылдың май айында КХЛ драфтында Иван Федотовты 5-се раундта дөйөм 156-сы һан аҫтында «Нефтехимик» хоккей клубы һайлай. Ошонан һуң уның профессиональ карьераһы башлана. 8 сентябрҙә ул ЙХЛ чемпионатында «Нефтехимик» командаһының йәштәр составында — «Реактор» командаһы өсөн тәүге осрашыуын уҙғара, «Реактор» «Кузнецкие Медведи» хоккей клубын буллиттар серияһында 4:3 иҫәбе менән ота. 2013/2014 йылдар даими миҙгелендә ул 24 уйын үткәрә (етәүһен еңә). Плей-оффта Иван бер осрашыуҙа ла ҡатнашмай.

2014/2015 йылдар миҙгелендә Иван Континенталь хоккей лигаһында тәүге осрашыуын уҙғара. 12 декабрҙә Новосибирскта урындағы «Себер» менән уйында (2:7 — «Нефтехимик» еңелә) ул өсөнсө периодты тулыһынса уйнай һәм ике шайба үткәрә. Башҡа ул «Нефтехимик» өсөн бер осрашыу ҙа үткәрмәй. ЙХЛ чемпионатының даими миҙгелендә 41 уйын үткәрә, егерме береһен еңә һәм 6 тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Ноябрь айында ул лиганың иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла. Харламов кубогы плей-офф уйындарында ул «Реактор» командаһы уҙғарған 10 уйынды башынан аҙағына тиклем уҙғара. Шуларҙың алтауһында команда еңә. «Реактор» конференция ярымфиналына етә һәм шунда «Белые Медведи» командаһына еңелә.

2015/2016 йылдар миҙгелендә КХЛ чемпионатында ул «Нефтехимик» уйынға составына 10 тапҡыр керә, әммә боҙҙа бер минут та үткәрмәй. ЙХЛ чемпионатында 29 уйын үткәрә (18 еңеү уның иҫәбендә). Харламов кубогының тәүге раундында «Реактор» «Чайка» командаһына серияла 2-3 иҫәбе менән отола, ә Иван Федотов биш уйындың икәүһен еңә.

«Салауат Юлаев»

үҙгәртергә

2016 йылдың 4 май көнөндә Федотов ҡатнашлығында «Салауат Юлаев» һәм «Нефтехимик» командалары араһында алмашыу була. Рафаэл Хәкимов менән Кирилл Кабанов Түбәнге Камаға йүнәләләр, ә Өфөгә Федотов күсә[1]. Әммә был миҙгелдә Иван «Салауат Юлаев» өсөн бер осрашыу ҙа үткәрмәй. ЮХЛ-да «Торос» өсөн тәүге уйынын 2016 йылдың 17 ноябрендә үткәрә һәм еңеү яулай. Нефтекама клубы даими чемпионатты 5-се урында тамамлай һәм Братина кубогының беренсе раундында еңелеп ҡала. Бөтәһе шул йылда ул 8 осрашыу үткәрә һәм бишәүһен еңә.

2017/2018 йылдар миҙгелендә Иван «Салауат Юлаев» өсөн 1 уйында ғына ҡатнаша — 4 октябрҙә ул СКА хоккей клубына ҡаршы уйында Бен Скривенсты алмаштыра һәм 22 һуғыуҙы кире ҡаға. Юғары хоккей лигаһында «Торос» менән Петров кубогының сирекфиналына тиклем етә, барыһы 26 уйынды үткәрә һәм 8 еңеү яулай. 2018 йылдың 30 апрелендә Иван Федотов «Салауат Юлаев» менән ике йылға тәғәйенләнгән ике яҡлы яңы контракт төҙөй[2]. 2019 йылдың 6 ғинуарында «Амур» хоккей клубына ҡаршы осрашыуҙа Иван тәүге тапҡыр КХЛ-да уйынды боҙҙа тәүге минуттан башлай, бер гол ғына үткәрә һәм лигала тәүге еңеүен яулай[3]. КХЛ-дың был миҙгелендә ул өс уйында ғына ҡатнаша, башҡа ваҡытта ул ЮХЛ-да «Торос» өсөн сығыш яһай һәм команда менән бергә Петров кубогының ярымфиналына тиклем барып етә.

«Трактор»

үҙгәртергә

2019 йылдың 6 май көнөндә «Салауат Юлаев» Иван Федотовты һаҡсы Сергей Терещенко менән Силәбенән «Трактор» хоккей клубына һаҡсы Никита Жульдиковҡа алмаштыра[4]. 21 августа Иван «Трактор» менән 2021 йылға тиклем контракт төҙөй[5].

Статистика

үҙгәртергә
Һуңғы яңыртыу: 30 июль 2019 йыл

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — еңеүҙәр, О — отолоуҙар, Т/БС — тигеҙ иҫәп менән буллиттар серияһы булған уйындар, Мин — боҙҙа үткәргән минуттар һаны, ҮШ — үткәргән шайбалар, У"0" — ҡоро уйындар һаны, ЫК — ышаныслыҡ коэффициенты, %КҠШ — кире ҡағылған шайбалар проценты

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Е О Т/БС Мин ҮШ У"0" ЫК %КҠШ У Е О Мин ҮШ У"0" ЫК %КҠШ
2013/14 Реактор ЙХЛ 24 7 11 1 1272 70 0 3.30 86.6 0 0 0 0 0 0
2014/15 Реактор ЙХЛ 41 21 10 7 2305 75 6 1.95 91.1 10 6 4 578 29 0 3.01 89.4
2014/15 Нефтехимик КХЛ 1 0 0 0 20 2 0 6.00 80.0
2015/16 Реактор ЙХЛ 29 18 5 4 1646 61 5 2.22 91.0 5 2 2 326 10 0 1.84 91.6
2016/17 Торос ЮХЛ 7 5 2 0 418 12 0 1.72 93.1 1 0 0 21 2 0 5.47 86.7
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 1 0 0 0 33 2 0 3.61 91.7
2017/18 Торос ЮХЛ 25 8 7 4 1238 52 2 2.52 89.9 1 0 0 5 0 0 0 100
2018/19 Салауат Юлаев КХЛ 3 2 0 0 173 6 0 2.08 93.3
2018/19 Торос ЮХЛ 26 14 5 5 1512 42 3 1.67 92.9 1 0 0 40 2 0 3 80
2019/20 Трактор КХЛ
Бөтәһе ЙХЛ-да 94 46 26 12 5224 206 11 2.37 89.9 15 8 6 904 39 0 2.59 90.1
Бөтәһе ЮХЛ-да 58 27 14 9 3169 106 5 2.01 91.7 3 0 0 67 4 0 3.57 86.2
Бөтәһе КХЛ-да 5 2 0 0 226 10 0 2.65 91.9 0 0 0 0 0 0

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә