Иванов Гавриил Афанасьевич

Иванов Гавриил Афанасьевич ( 23 июль 1826 йыл[2]- 3 февраль 1901 йыл) — Рәсәй империяһының филолог-классигы. 18871893 йылдарҙа Мәскәү университеты ректоры, профессор. III дәрәжә Изге Владимир (1878), I дәрәжә Изге Станислав (1883) һәм I дәрәжә Изге Анна (1887) ордендары кавалеры. Йәшерен советник (1890).

Иванов Гавриил Афанасьевич
рус. Гавриил Афанасьевич Иванов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 11 (23) июль 1826
Тыуған урыны Жиздринский уезд[d], Калуга губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 ғинуар (3 февраль) 1901 (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим, филолог-классик, университет уҡытыусыһы, тәржемәсе
Эшмәкәрлек төрө Классик филология[1], музыка теорияһы[d][1], история музыки[d][1], сиркәү музыкаһы[d][1] һәм тәржемәселек[d][1]
Эш урыны Мәскәү император университеты[d]
Катковский лицей[d]
Биләгән вазифаһы ректор Московского университета[d]
Уҡыу йорто Мәскәү император университеты[d]
Мәскәү университетының тарих-филология факультеты[d]
Ғилми исеме Заслуженный профессор Московского университета[d]
Гражданский чин йәшерен кәңәшсе[d] һәм действительный статский советник[d]
 Иванов Гавриил Афанасьевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Иванов Гавриил Афанасьевич 1826 йылдың 23 июлендә Калуга губернаһы Жиздринский өйәҙендә обер-офицер ғаиләһендә тыуған. 1839 йылда 1-се Мәскәү гимназияһын тамамлай, уны 1846 йылда тамамлап, Мәскәү университетының тарих-филология факультетының философия бүлегенә уҡырға инә. Университет курсын 1859 йылда кандидат дәрәжәһенә тамамлай. 1853 йылдың 27 октябрендә Мәскәү обер-полицмейстер канцелярияһында чиновник булып хеҙмәт итә. 1854 йылда Ришельский лицейы ҡарамағындағы Одесса гимназияһында латин теле уҡытыусыһы булып эшләй.

1859 йылдан — латин теле уҡытыусыһы[3] 1860 йылдан рим әҙәбиәте кафедраһында адъюнкт вазифаһын башҡарыусы ,1872 йылдың майынан[4] экстраординар,һәм 1872 йылдаың декабренән Мәскәү университетының ординар профессоры. Ул рус теле стилистикаһы һәм латин теле белгесе булараҡ боронғо авторҙарҙың әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткәндә теүәл һәм художестволы тапшырыуға төп иғтибарҙы бирә.

Мәскәү дәүләт университетының тарих-филология факультетының 1884 йылдан — секретары, 1885-1887 йылдан — деканы. 1887 йылда студенттарҙың сыуалышын туҡтатыу маҡсат менән 1887 йылдың сентябрендә университеттың ректоры итеп тәғәйенләнә. 1893 йылдың ноябрендә отставкаға китә. 1894—1899 йылдарҙа тарих-филология факультетының яңынан деканы була.

1885 йылда — Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры; 1890 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының почётлы ағзаһы.

1868-1886 йылдарҙа бер үк ваҡытта университетта уҡытыу менән Николай Цесаревич исемндәге лицейҙа : латин теле уҡытыусыһы булып эшләй , 1868-1870 йылдарҙа директоры,1878-1882 йылдарҙа педагогия бүлегендә мөдир, 1882 йылда идара ағзаһы, 1892 йылдан почётлы ағзаһы .

Г. А. Иванов әҫәрҙәре араһында — Клеонидтың ике тел формаһында баҫылған музыкаль-теоретик трактатының тәржемәһе (боронғо грек теленән). Тәржемәнән тыш Иванов был боронғо текста киң фәнни комментарий баҫтырып сығарған.[5]; Цицерондың «Orator» тәржемә иткән, уның теле бик күп синтаксик һәм стилистик тикшеренеүҙәренең нигеҙе булып тора. Старбондың тормошо һәм әҫәрҙәре тураһында мәҡәлә яҙған. В К. Цераский тәҡдиме буйынса Плутархтың «О лице, видимом на диске луны» трактатын тәржемә итә. Иванов шулай уҡ музыка теорияһын һәм тарихын, бигерәк тә сиркәү музыкаһын яҡшы белә, «Сиркәү йырын яратыусылар йәмғиәте» эшмәкәрлегендә ҡатнаша. 1891 йылдың октябренән Г. А. Иванова Мәскәү археология йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы.

1881 йылдың 30 ғинуарында тулы дәүләт кәңәшсеһе һәм 1890 йылдың 1 ғинуарында Йәшерен советник итеп үрләтелә.

Мәскәүҙә үпкә шешеүенән 1901 йылдың 3 февралендә вафат була. Ваганьков зыяратында ерләнгән (1 уч.)[6].

Шәхси китапханаһы

үҙгәртергә

1902 йылда Г. А. Ивановтың шәхси китапханаһын Мәскәү университетына уның вариҫтары — К. И. һәм Л. И. Ивановтар бүләк итә — грек һәм рим авторҙарының 1800 том самаһы китаптары, музыка тарихы, астрономия тарихы буйынса баҫмалары. Әлеге ваҡытта профессор китапханаһы М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының фәнни китапханаһында һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар кафедраһында һаҡлана[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • III дәрәжә Изге Владимир ордены (1878);
  • I дәрәжә Изге Станислав ордены (1883);,
  • I дәрәжә Изге Анна ордены (1887)[8].


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. По другим данным (энциклопедический словарь «Императорский Московский университет: 1755—1917») — 1828
  3. Был принят по рекомендации его университетского педагога П. М. Леонтьева.
  4. Степень доктора римской словесности honoris causa Совет Московского университета присвоил ему без представления диссертации.
  5. Неизвестного автора Введение в гармонику / Перевод Г. А. Иванова // Филологическое обозрение, VII, кн. I—II. — Москва, 1894. — С. 3—46, 181—230.
  6. Артамонов М. Д. Ваганьково. — М.: Моск. рабочий, 1991. — С. 147.
  7. Научная Библиотека МГУ | О библиотеке | Редкие книги и рукописи
  8. Иванов Гавриил Афанасьевич // Список гражданским чинам первых III классов : Испр. по 1-е окт. 1894 г. — С. 472.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Иванов Гавриил Афанасьевич // Биографический словарь. — 2000.
  • Иванов Гавриил Афанасьевич (неопра.). Мәскәү университеты йылъяҙмалар. Мөрәжәғәт датаһы: 2 февралдә 2017.
  • Poetis placent non Quamquam nimium… (шиғыр Ф.Ер Коршей йыл юбилейыА. Иванова)