Ваня Тодорова Калудова (болг. Ваня Тодрова Калудова) Ивана булараҡ билдәле (болг. Ивана); 31 ғинуар 1969, Айтос, Бургас өлкәһе, Болгария — болгар поп-фолк йырсыһы һәм примадоннаһы.

Ивана
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Болгария
Тыуған ваҡыттағы исеме болг. Ваня Тодорова Калудова
Псевдоним Ивана һәм Ivana
Тыуған көнө 31 ғинуар 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Айтос[d], Бургас (өлкә)[d], Болгария
Һөнәр төрө йырсы, музыкант, студийный музыкант
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы гитара һәм вокал[d]
Дискография Ivana discography[d]
Жанр чалга[d] һәм болгарская народная музыка[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Пайнер[d]
 Ивана Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Ивана 1969 йылдың 31 ғинуарында Айтос ҡалаһында музыканттар ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә берҙән-бер бала булған[1]. Атаһы аккордеонсы була. Оләсәһе йырсы булған. Репертуарында беренсе йыры Имала майка едно ми чедо. Атаһы үҙенең төркөмө менән Ҡара диңгеҙ буйында эшләй [1]. Ивана Свиштов ҡалаһында иҡтисадсы һөнәре менән Стопан академияһын тамамлай[1].

1999—2001 йылдарҙа: карьераһының башы үҙгәртергә

Йырсының талантын тауыш яҙҙырыу компанияһы менеджеры Пайнер Митко Димитров күреп ҡала һәм был компания менән контарктҡа ҡул ҡуйырға тәҡдим итә. Беренсе йыры булып Идол тора, Икенсе йыры Коста Марков менән дуэт була. Өсөнсө йыры 100 патрона (болг. 100 пуль) йырсының визит карточкаһы булып китә, ә һуңынан был йыр хөрмәтенә дебют альбомын сығара.

2005—2008 йыл: уңыштар һәм Индира Радич менән тур үҙгәртергә

2005 йылдың яҙында Ивана ике видеоклип сығара: Не е ваша работа (рус.Это не ваша работа) и Ах, тези пари (рус.О, деньги). Шул уҡ йылдың йәйендә Ивана Пайнер компанияһы турнеһына инә. Шул уҡ йылда Ивана серб йырсыһы Индира Радич менән биш болгар ҡалаһына гастролгә сыға, ә декабрҙә үҙенең алтынсы Доза любов (рус. Доза любви) альбомын сығара. 2008 йылдың 30 апрелендә Ивана Пловдив ҡалаһында яңғыҙ концертын бирә, ә көҙ сит ил туры сиктәрендә АҠШ-ҡа бара, унда Ивана болгар диаспораһы өсөн АҠШ-тың бөтә ҡалаларында ла сығыш яһай.

2011 — хәҙерге ваҡыт: Болгария тауышы, халыҡ альбомы үҙгәртергә

2011 йылдың йәйендә Ивана Болгария тауышы программаһында остаз була, тик уның тәрбиәләнеүсеһе Роксана беренсе миҙгелдә өсөнсө урынды ала, һәм беренсе миҙгелдән һуң Ивана остаз булараҡ ҡатнашыуҙан баш тарта[2]. Ивана шул уҡ йылдың көҙөндә, Пайнер компанияһының башҡа башҡарыусыларынан айырмалы рәүештә, милли тур ойоштора, ул 15 сентябрҙә башлана, һәм Болгарияның бөтә ҡалалары буйлап концерттар бирә. Ивана 2015 йылда унынсы Не давам да се даваме (рус. Я не забочусь, что дано) альбомын сығара, альбомда 13 йыр һәм халыҡ музыкаһы стилендә 4 инструменталь версия бар.

Ивана хәҙер ун беренсе альбомын яҙҙыра.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Ҡыҙы Теодора (1993 йылда тыуған)

Дискографияһы үҙгәртергә

Студия альбомдары үҙгәртергә

  1. 2000 — 100 патрона / 100 пуль
  2. 2001 — Ивана live
  3. 2003 — Мирише на любов / Пахнет любовью
  4. 2003 — Без граници / Без границ
  5. 2004 — Няма спиране / Без остановки
  6. 2005 — Доза любов / Доза любви
  7. 2006 — Празник всеки ден / Праздник каждый день
  8. 2008 — Блясък в очите / Блеск в глазах
  9. 2012 — Обяснения не давам / Я не даю объяснений
  10. 2015 — Не давам да се даваме / Я не забочусь, что дано

Йыйынтыҡтары үҙгәртергә

  1. 2006 — Single & Best Collection / Иң яҡшы йырҙар тупланмаһы
  2. 2007 — Hit Collection — mp3 / Йырҙар тупланмаһы
  3. 2010 — 10 години любов ... и пак любов / 10 йыл мөхәббәт ... һәм мөхәббәт менән
  4. 2012 — Златните хитове на Ивана / Ивананың алтын хиттары

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә