Ибраһим Биксурин

(Ибрагим Бекчурин битенән йүнәлтелде)

Ибраһим Биксурин (1770—?) — поход старшинаһы, подпоручик (1813). 1812 йылғы Ватан һуғышында 5-се Башҡорт атлы полкының полк командиры.

Ибраһим Биксурин
Тыуған ваҡыты

1770({{padleft:1770|4|0}})

Тыуған урыны

Иркәнәш ауылы, Бүләр улусы, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Минзәлә районы)

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 18121814

Хәрби звание

подпоручик

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Ибраһим Биксурин 1770 йылда Ырымбур губернаһы Бүләр улусы Иркәнәш ауылында (хәҙерге Татарстан Республикаһы Минзәлә районы Иҫке Иркәнәш ауылында) тыуған.

1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, 12-се, 11-се һәм 10-сы кантон башҡорттарынан 5-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, полк командиры итеп Ибраһим Биксурин тәғәйенләнә. 1812 йылдың 7 майында император Александр I тарафынан уға ғәскәри зауряд-старшинаһы званиеһы бирелә[1].

1812 йылдың 29 августта полк Түбәнге Новгородҡа килә, артабан Витебск яғына йүнәлә. 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алышта һуғыша. Һуңыраҡ Данциг (Гданьск) ҡалаһын блокадалауҙа ҡатнаша[2][3][1].

1812 йылдың аҙағынан ғәскәри зауряд-старшина Ибраһим Биксурин етәкселегендәге 5-се Башҡорт атлы полкының сотняһы инфантериянан генерал М. Б. Барклай де Толлиның штабы ҡарамағында хеҙмәт итә[1]. 1813 йылда 5-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. Бында 4 һәм 6 октябрендәге алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ибраһим Биксурин III дәрәжәләге Изге Анна ордены менән бүләкләнә. 1813 йылдың 4 октябрендә подпоручик званиеһын ала[4].

1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 1-се, 4-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[5].

1814 йылдың мартында 5-се Башҡорт атлы полкы командаһы Парижға ҡәҙәр барып етә[1].

12-се башҡорт кантонының 13 класслы дистанция начальнигы булып хеҙмәт итә[6].

1834 йылдың 9 ғинуарында 4 ҡатыны, 5 ҡыҙы, 4 улы һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә дворянлыҡ хоҡуғына лайыҡ була[7].

Бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.