Шакирова Зөлфиә Мәскүр ҡыҙы

йырсы
(Зөлфиә Мәскүр ҡыҙы Шакирова битенән йүнәлтелде)

Шакирова Зөлфиә Мәскүр ҡыҙы (5 июнь 1965 йыл) — эстрада йырсыһы, композитор. 1990 йылдан Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы, 1995 йылдан — «Илһам» театр‑студияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының (2022) һәм Татарстан Республикаһының халыҡ (2012) артисы.

Шакирова Зөлфиә Мәскүр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 июнь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (59 йәш)
Тыуған урыны Үрге Аташ ауылы, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө йырсы
Эш урыны Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы[d][1]
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Зөлфиә Мәскүр ҡыҙы Шакирова 1965 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Үрге Аташ ауылында тыуған[2].

 
Башҡортостандың Саҡмағош районы

Бала саҡтан йырсы булырға хыяллана. Үҙ ауылында мәктәп тамамлағандан һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә, 1982 йылда уны хәҙер ӨДСИ профессоры Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы класы буйынса уңышлы тамамлай. Шул уҡ йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә уҡырға инә.

1983 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлап, Ҡазанда Ғәлиәскәр Камал исемендәге драма театрында эшләп йөрөгән яҡташы Жәүит Шакировҡа кейәүгә сыға. Зөлфиә Шакирова Ҡазан консерваторияһында профессор Зөләйха Хисмәтуллина класында уҡыуын дауам итә. Уҡытыусыһы уға филармонияла эшләй башларға кәңәш итә, сөнки уны инде өлгөрөп еткән эстрада йырсыһы итеп күрә[3].

Шакировтарҙың улдары: Илһам менән Искәндәр.

1990 йылдарҙа Жәүит менән Зөлфиә Шакировтар «Илһам» театр-студияһын ойоштороп, үҙ аллы ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай. Зөлфиәнең матур тауышы, килешле ҡиәфәте тамашасыларҙың күңелен яуларға ярҙам итә. Бынан тыш ул репертуарын да төрләндерергә тырыша — башҡорт халыҡ йырҙары «Бейеш», «Карауанһарай», «Уйыл», «Шаһибәрәк», «Элмәлек» һәм татар халыҡ йырҙары «Гөлъямал», «Йома», «Шахта» һәм башҡаларҙы оҫта башҡара.

Шакировтар ике күрше республика буйлап гастролдәргә йөрөй, радио, телевдивениела сығыш яһай. Тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ һөҙөмтәһеҙ ҡалмай — уларҙы тамашасылар һәр саҡ көтөп ала.

Зөлфиә күп кенә йырҙар авторы булараҡ та билдәле. Уның Жәүит Шакиров, башҡа шағирҙар (Ә. Атнабаев, Х. Мөхәммәҙиева, Ф. Тереғолова, Р. Хәкимйән) һүҙҙәренә яҙылған йөҙҙән артыҡ йырын үҙенән башҡа Рөстәм Асаев, Зөһрә Шәрәфуллина, Бәширә Насырова, Нәзифә Ҡадирова кеүек Татарстан һәм Башҡортостан йырсылары башҡара.

2005 йылда Зөлфиә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай (музыка белгесе).

Йырсы Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй.

2022 йылдың 25 мартында йырсыға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[4].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Син — яфрак, ә мин — чәчәк (йырҙар). Ҡазан, 2015.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2012)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2001)
  • «Татар йыры» халыҡ-ара конкурс лауреаты (Ҡазан, 1993
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға Башҡортостан Республикаһының йәш йырсылар конкурсы лауреаты (Өфө, 1983)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә