Зәңгәрһыу тәҙрә
«Зәңгәрһыу тәҙрә» (мальт. it-Żerqa Tieqa) — Урта диңгеҙҙең Гоцо утрауындағы (Мальта) эзбизташтан торған 28 метрлыҡ дуға рәүешендәге арка, Гоцо һәм Зәңгәрһыу бухта янындағы тора
Зәңгәрһыу тәҙрә | |
Нигеҙләү датаһы | 1830 |
---|---|
Дәүләт | Мальта |
Административ-территориаль берәмек | Сан-Лоренц[d] |
Урын | Гоцо[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Урта диңгеҙ |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | эзбизташ |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 8 март 2017[1] |
Бейеклеге/буйы | 28 метр |
Һештег | azurewindow һәм azurewindowcollapse |
Зәңгәрһыу тәҙрә Викимилектә |
Туристар өсөн популяр урын булып тора.
1998 йылдан был урын Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә инеүгә дәғүә итә (VII, VIII, IX һәм X критерийҙар буйынса). Шторм һөҙөмтәһендә 2017 йылда емерелгән[2][3].
Геология
үҙгәртергәАрка 500 йыл дауамында абразия һәм ямғыр тәьҫире һөҙөмтәһендә формалаша[4]. Глобигерин исемле һары эзбизташтан тора. Эрозия һөҙөмтәһендә арканан киҫәктәр ватылып төшә.
2012 йылдың апрелендә ҙур киҫәк һынып төшә, шул сәбәпле арка тотороҡлолоғон юғалта, «тәҙрә» формаһы үҙгәрә. 2017 йылдың 8 мартында урындағы ваҡыт буйынса 9: 40 — ҙағы шторм ваҡытында, күп йылдарға һуҙылған тәбиғи эрозиянан һуң, арка һәм үҙаллы торған бағаналар тулыһынса емерелә.
Ваҡиға тураһында Twitter-ҙа Мальта премьер-министры Джозеф Мускат хәбәр итә[5].
Фильмдарҙа
үҙгәртергәЗәңгәрһыу тәҙрә «Битва титанов» фильмының (1981) 104-се минутында һәм "Граф Монте-Кристо"ның (2002) 13-сө минутында, шулай уҡ «Остров» (2005) фильмының башында төшөрөлә. Уны шулай уҡ Андрей Кончаловский төшөргән «Одиссея» (1997) телевизион сериалында күрергә мөмкин, һәм фэнтези жанрындағы Америка драма телесериалы «Игра престолов»" та. Һуңғыһын төшөрөү экосистеманың боҙолоуына бәйле бәхәскә килтерә[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Malta's Azure Window collapses into the sea (билдәһеҙ) — 2017.
- ↑ Nature claims Gozo’s iconic Azure Window, lost forever after total collapse . Дата обращения: 8 март 2017. Архивировано из оригинала 8 март 2017 года.
- ↑ Лазурного окна на острове Гоцо больше не существует . Дата обращения: 8 март 2017. Архивировано 8 март 2017 года.
- ↑ Martin, Ivan The Azure Window is still safe... for now . Times of Malta (19 июль 2013). Архивировано 10 июнь 2016 года.
- ↑ Updated (2) — Watch: Dwejra Window collapses; geologist says pillar gave way (ингл.). independent.com.mt (8 март 2017). Дата обращения: 8 март 2017. Архивировано 8 март 2017 года.
- ↑ Christian Peregin. ‘Total elimination of ecosystem’ at Dwejra (ингл.). timesofmalta.com (17 ноябрь 2010). Дата обращения: 8 март 2017. Архивировано 11 март 2017 года.