Зәржә

(Зәрзә битенән йүнәлтелде)

Зәржә, зәрзә, сәрәтә, сәрҙәкәй, фәрҙә, келән көпшә (лат. Aegopódium, рус. Сныть) — сатыр сәскәлеләр ғаиләһендәге күп йыллыҡ үләнсел үҫемлектәр төрө.

О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Был үҫемлек халыҡта төрлөсә аталып йөрөй. "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге"ндә зәржә, сәрҙә варианттары бирелгән. Сәрәтә, сәрҙәкәй, фәрҙә, келән көпшә тигән варианттар ҙа бар. Башҡорт ҡолағы өсөн бик үк тәбиғи булмаған «Ф»-ға башланған атама ҡайҙан килеп сыҡҡандыр. Был үлән киң таралған. Ҡайҙа ғына үҫмәй зәржә: баҡсала, урман, һыу буйҙарында ла уның хуш еҫтәре әллә ҡайҙан аңҡып торған аҡ сатырбаш сәскәһен күрергә мөмкин. Сүп үләне тип баҡсасылар унан ҡотолорға тырыша. Уның һабағында һәм япраҡтарында С витамины (44—100 мг%), каротин (8 мг%), аҡһымдар (22 %), кальций һәм кобальт күп. Ҡан тамырҙарын, теш ҡаҙнаһын нығытыуы билдәле.

Зәржәне сәскә атҡанға тиклем йыялар һәм ҡулланалар. Ауылыбыҙҙа уны һыҙлаған быуынға ябалар ине. Сит-ситтәре семәрле ҡара-йәшел япраҡтарын ике-өс минут бешекләп турамаға ҡушалар.

Зәржәнән (фәрҙәнән) аш-һыу

үҙгәртергә

Фәрҙәле бәрәңге ашы

үҙгәртергә
  • Бәрәңге — 0,5 кг;
  • һыу — 1 л;
  • кишер — уртаса ҙурлыҡта;
  • башлы һуған — уртаса ҙурлыҡта;
  • фәрҙә — 200 г;
  • самалап тоҙ һәм ҡаймаҡ.

Һыуға бәрәңге турап һалабыҙ ҙа, кишерҙе йыуып, таҙартып эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уны туралған һуған менән ҡушып, майҙа ҡыҙҙырабыҙ (аҡ йәки шыйыҡ майҙы теләгән миҡдарҙа алығыҙ). Быҡтырып ҡына ла алырға була. Бәрәңге бешеп етер саҡта уны төйгөс йә блендер менән иҙә алаһығыҙ, шул килеш тә ҡалдырырға мөмкин. Ярмалы бәрәңге үҙе лә иҙелеп барыусан була. Һуғанды, кишерҙе, туралған фәрҙәне ашҡа һалып, йәнә 10-15 минут тирәһе бешерәбеҙ. Табынға ҡаймаҡ йә ҡатыҡ менән бирәбеҙ.

Һоло йәйпәге ҡушылған фәрҙә ашы

үҙгәртергә
  • Һоло йәйпәге — 1 стакан;
  • һыу — 1 л;
  • фәрҙә — 100 г,
  • аҡ май — 30 г;
  • самалап тоҙ.

Һоло йәйпәген һалҡын һыуға һалып, тоҙ ҡушып ҡайнатып сығарабыҙ, 5 минут самаһы бешкәс, туралған фәрҙәне ҡушабыҙ. Үлән бешеп еткәнсе ҡайнатабыҙ ҙа май һалабыҙ. Шул ғына: ябай һәм файҙалы ризыҡ әҙер. Әйткәндәй: «хлопья» тигән һүҙҙең бер тәржемәһен дә был осраҡҡа ярашлы тип тапманым. Киҫәк, йомғаҡ, ялбыр, ябалаҡ… Береһе лә тура килмәй. Шуның өсөн һоло йәйпәге тип алдым — минеңсә, күҙ алдына килтерерлек һүҙ.

Фәрҙә менән кесерткән ыумаһы (икраһы)

үҙгәртергә
  • Фәрҙә — 300 г;
  • кесерткән — 300 г;
  • башлы һуған — 100 г (2 баш);
  • шыйыҡ йәки аҡ май (теләгәнегеҙсә).

Кесерткән һабағын ике-өс минут ҡайнар һыуҙа бешекләп алғандан һуң япраҡтарын айырып алып турайбыҙ. Фәрҙәне лә шул сама ҡайнатып алғас, ваҡлайбыҙ. Һуған турайбыҙ, уның урынына һарымһаҡ йә оҫҡон һабаҡтары ла алырға була. Ике-өс мм тирәһе булырлыҡ итеп табаға май һалып, бөтәһен бергә ҡушып ҡурабыҙ (мин шулай ҙа быҡтырыу яҡлы). Әйткәндәй: Йәшелсәнән әҙерләнә торған икра тигән һүҙҙең тәржемәһен тапманым. Ул төрлө үҫемлектәрҙе ваҡлап, ҡурып, быҡтырып, бутҡа хәленә килтереп әҙерләнә торған ризыҡ. Әгәр кемдер яҡыныраҡ атама тапһа, бик хуп.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә