Зюрин Виктор Григорьевич
Зюрин Виктор Григорьевич (10 март 1942 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республиканың, ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Зюрин Виктор Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 10 март 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Биографияһы
үҙгәртергәЗюрин Виктор Григорьевич 1942 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Барятино ауылында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1966 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.[1]
Хеҙмәт юлын 1960 йылда «Туймазынефть» нефть промыслыһы идаралығында контроль-үлсәү приборҙары цехында слесарь булып башлай. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағас, 1966 йылда оператор, участка начальнигы, «Южарланнефть» нефть һәм газ табыу идаралығында цех начальнигы булып эшләй. 1976 йылдан «Южарланнефть» нефть һәм газ табыу идаралығында КПСС-тың парком секретары. 1981—1991 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетында инструктор, Нефтекама ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республиканың, ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш буйынса комиссия ағзаһы.
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. [2]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә«Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104
Һылтанмалар
үҙгәртергәӨфө ҡалаһы, 103-сө Парк һайлау округы