Золотоношка ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы)

Рәсәй, Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл биләмәһе

Золотоношка ауыл Советы — Стәрлетамаҡ районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлә. Почта индексы — 453143 . ОКАТО коды — 80249834000. ИФНС коды — 0242. Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законына» ярашлы 2004 йылдың 16 декабренәнауыл биләмәһе статусына эйә[1].

Золотоношка ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Стәрлетамаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 19 ноябрь 2008
Карта

Тарихы үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 19 октябрендәге 6-2/438-се һанлы «Стәрлетамаҡ районында Золотоношка ауыл Советын булдырыу тураһындағы» Указында түбәндәге юлдар бар[2]:

1. Стәрлетамаҡ районында Золотоношка ауыл Советын булдырырға, административ үҙәген Золотоношка ауылында урынлаштырырға.

2. Золотоношка ауыл Советы составына Золотоношка ауылын индерергә, был ауылды Түрешле ауыл Советы составынан сығарырға.

3. Золотоношка һәм Түрешле ауыл Советтарының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын бнерләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законда түбәндәге юлдар бар[3]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:

40) Стәрлетамаҡ районы буйынса:
е) «Түрешле» атамаһын һаҡлап, Түрешле һәм Золотоношка ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Түрешле ауылында урынлаштырырға.

Золотоношка ауыл Советының Золотоношка ауылын Түрешле ауыл Советы составына индерергә.

Түрешле ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Золотоношка ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

Халҡы үҙгәртергә

  1. Н/Д[4]
Милли составы

2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярышлы был ауыл Советында йәшәгән халыҡтың күпселеге урыҫтар (35 %), украиндар (57 %) тәшкил итә[5].

Ауыл советы составында үҙгәртергә

Золотоношка ауыл Советы: Золотоношка ауылы — административ үҙәк (приложение 44з);

Автомобиль юлдары үҙгәртергә

  • Түрешле — Золотоношка.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  2. Указ Президиума ВС РБ от 19.10.1992 № 6-2/438 "Об образовании Золотоношского сельсовета в Стерлитамакском районе" 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
  4. Золотоношка (Башкортостан) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..