Һармандир-Сәһиб

(Золотой Храм битенән йүнәлтелде)

Һармандир-Сәһиб (кб.-пандж. ਹਰਿਮੰਦਰ ਸਾਹਿਬ) (Дарбарасахиб (кб.-пандж. ਦਰਬਾਰ ਸਾਹਿਬ) йәки Алтын Ғибәҙәтхана (кб.-пандж. ਹਰਿਮੰਦਰ ਸਾਹਿਬ)) — сикх диненең Һиндостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге Пенжаб штаты Амритсар ҡалаһындағы үҙәк ғибәҙәтханаһы (гурдвараһы), сикх общинаһының дини һәм социаль тормошо үҙәге. Ул яһалма күл үртаһында урынлашҡан, көмбәҙе һәм өҫкө ҡаттағы стеналары баҡыр пластиналар менән ҡапланған һәм алтын менән ялатылған, шуға ла комплекстың икенсе исеме — «Алтын Ҡорам» («Алтын Ғибәҙәтхана»). Уның башҡа исемдәре: Дарбар Сәхиб (Хоҙай йорто) Һәм Һармандир Сәхиб (хоҙай ҡорамы).

Иҫтәлекле урын
Һармандир-Сәһиб
Сайт Рәсми сайт

1577 йылда сикх дини общинаның дүртенсе башлығы (гуру) Гуру Рам Дас (1534—1581) һыу ятҡылығы ҡаҙа, ул артабан «Амритсар» — «үлемһеҙлек нектары сығанағы» — булараҡ билдәлелек ала, хәҙер яһалма күлгә әйләнгән. Ошонда үҫеп сыҡҡан ҡала башта Гуру Рам Дас хөрмәтенә «Рамдаспур» тип атала, әммә һуңыраҡ хәҙерге Амритсар исемен ала.

Күлдең дини асылы сикхтар өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Легенда буйынса, уның һыуы кешегә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер бүләк итә. Был биләмәләрҙең сикхтар ҡулына эләгеүе тураһында бер нисә фараз бар. Төп версия: Бөйөк Моголдар императоры Солтан Әкбәр Шах был ерҙәрҙе гуруның ҡыҙына туй бүләге итеп биргән. Тарихсылар фекеренсә, мосолман булмағандарға түҙемлек күрһәтеп, император сикхтарға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ер бирә һәм шулай итеп уларҙың динен яуларға тырыша.

Төҙөлөүе

үҙгәртергә

Алтын Ғибәҙәтхананы төҙөү 1573 йылда (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1577 йылда) башлана. Сикх хикәйәтенә ярашлы, Пакистандың ҙурлығы яғынын икенсе булған ҡалаһы Лахорҙан бөйөк суфый Мөхәммәт Мәкинул Ислам (ул хәҙрәт Миян Мир исеме менән киңерәк билдәле), сикх дини общинаһының бишенсе башлығы Гуру Арджан Дэвтың яҡын дуҫы, ҡорам нигеҙенә тәүге ташты һала. Төҙөлөштә эшселәр менән бергә бик күп сикх ирекмәндәре ҡатнаша. Төҙөлөш ваҡытында сикхтарҙан иғәнә рәүешендә бик күп аҡса йыйыла. Традицион һинд архитектураһында ғибәҙәтханалар бейек төҙөлгән булһа, был ғибәҙәтхана, киреһенсә, тирә-йүндәгегә ҡарағанда түбәнерәк итеп ҡорола. Шулай итеп, архитекторҙар килеүселәрҙең ғибәҙәтханаға хөрмәт күрһәтеү йөҙөнән үҙ ҡараштарынан аҫҡа төшөрөүен күҙ уңында тотҡан.

Алтын Ғибәҙәтхана төҙөлөшө 1604 йылда тамамлана. Ҡорам шунда уҡ сикхтарҙың төп ғибәҙәтханаһына әйләнә. Бында сикх динен тотоусыларҙың Гуру Арджан Дэв төҙөгән дини яҙмаһы «Ади Грантх»тың төп нөсхәһе һаҡлана.

Ғибәҙәтхананың изге быуа уртаһында урынлашҡан төп өлөшөнә барыу өсөн тар мәрмәр күпер аша үтергә кәрәк. Ул изгеләрҙе гонаһлыларҙан айырған юлды символлаштыра. Һармандир-Сәһиб ғибәҙәтханаһы көнө буйы асыҡ, бары тик төнгө сәғәт 23:00-дән 03:00-гә тиклем ябыла.

 
200px / Сикх ғибәҙәт ҡылыусыһы Алтын Ғибәҙәтхана фонында

1891 йылда Көнсығышҡа сәйәхәте барышында Алтын Ғибәҙәтханаға Рәсәйҙең буласаҡ батшаһы Николай II килә. 1946 йылда гурдвар янында Сикх белешмә китапханаһы асыла.

1984 йылда ғибәҙәтханала тупланған сикх боевиктарына ҡаршы Һиндостан армияһының «Зәңгәр йондоҙ» тип исемләнгән хәрби операцияһы ваҡытында тыныс халыҡ араһынан 492 кеше һәләк була[1], ә ғибәҙәтхана үҙе ныҡ зыян күрә (әлбиттә, ул тиҙҙән төҙөкләндерелә). Был ғәскәри операцияға яуап итеп сикх экстремистары шул уҡ йылда премьер-министр Индира Гандиҙы үлтерә. Террор актынан һуң Һиндостан властары гурдвар янындағы китапхананың ҡулъяҙмаларын тартып ала, ә уның бинаһын яндыра.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Вугар Алиев, Золотой храм, «Йәмғиәт һәм дин» гәзите, № 25 (025), 22-28 октябрь 2009 йыл.  (әзерб.)

Ғибәҙәтхана күренештәре

үҙгәртергә