Ергәнтау
Ергәнтау (Ер-Тау) (рус. Зиргантау) — Башҡортостандың Ишембай һәм Мәләүез райондарындағы тау.
Ергәнтау | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Географияһы
үҙгәртергәӨфөнән 170 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. Тау урмандар менән ҡапланған. Йыллыҡ яуым-төшөм суммаһы 700 мм-ҙан 1100 мм-ға тиклем тәшкил итә, ҡар ҡатламы 80-100 см һәм уртаса 160 көндән 200 көнгә тиклем ята. Ландшафтың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә. Ғинуарҙа уртаса температура −14-17 °C, июлдә +9-16 °C.
Тау итәгендә Ергән, Һабаш, Ҡамбулат, Йәшелтау ауылдары, балаларҙың ял лагерҙары, «Ағиҙел-Спутник» туристик базаһы урынлашҡан. Тауҙан 14 км алыҫлыҡта Салауат ҡалаһы урынлашҡан. Тауҙан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы аға. Көнсығышҡа табан Ергән йылғаһына ҡойған Алмалы аға (тауҙан көньяҡҡа Ағиҙелгә табан аға).
Тау битләүҙәрендә күп һанлы елгә ашалған формалар[2].
Атаманың килеп сығышы
үҙгәртергә1219 -1223 йылдарҙа һәм 1336 -1340 йылдарҙа урындағы халыҡ үҙ ере өсөн монгол ғәскәренә ҡаршы күтәрелә. Ергәнтауынан ағып төшкән бәләкәй йылғасыҡ буйында ҡаты һуғыштар була. Тау битләүен, йылға үҙәнен ҡан ҡаплай. Кеше ҡаны йылға булып аға. Был һуғыш әле булһа халыҡ хәтерендә һаҡлана. Шул осорҙан алып тауҙы “Ер-ҡантауы”, йылғаны “Ер-ҡан” йылғаһы тип йөрөтәләр. Әйтелеше аҙаҡ Ергәнтау булып китә[3].
«Ергәнтау» тау-саңғыһы үҙәгенә характеристика
үҙгәртергә2002 йылдың февралендә тауҙа күтәргестәр менән тау-саңғы трассаһы асыла[4]. Трассаның беренсе сираты оҙонлоғо — 1800 м, бейеклек кимәленең айырмаһы — 200 метр. Төнгө ваҡытта трасса яҡтыртыла.
- Трассаның юғары нөктәһе диңгеҙ кимәленән 487,8 метр бейеклектә.
- Трассаның дөйөм оҙонлоғо — 4 километр.
- Трассаларҙың һаны һәм ҡатмарлылығы: трассаның дөйөм һаны — 3, уларҙан: йәшел — 2. күк — 1.
- Трассалар оҙонлоғо 700 м, 1200 м, 1850 м. Бейеклек кимәленең айырмаһы 230 м-ға тиклем.
- Трасса № 1 бик еңел, өйрәнеү өсөн — башлаусы саңғысыларға иҫәпләнгән.
- Трасса № 2 һәм № 3 текә битләүҙәре менән ҡатмарлы трасса һанала — улар шыуыу тәжрибәһе булған саңғысыларға иҫәпләнгән.
Иң шыумаҡлыһы тип икенсе трасса һанала — уның текә битләүе бөтә трасса дауамында тиерлек бара.
- Күтәргестәр һаны һәм төрө: бөтәһе күтәргестәр — 1, уларҙан бер урынлыһы — 1.
- Күтәргестең дөйөм үткәреү ҡеүәте сәғәтенә 880 кеше.
- Прокат: тау-саңғыһы кәрәк-яраҡтары. Өҫтәмә сервис: автостоянка, йәшәү.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Тауҙан Ағиҙел йылғаһына бәләкәй генә шишмәләр ағып төшә.
- «Килмәк Нурушев — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Юрматы волосы, Нуғай даруғаһы башҡорто. Батыр. Абыз. 1704—1711 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан, төрөк солтаны, Ҡырым ханы менән һөйләшеүҙәр алап барыу өсөн башҡорт делегацияһы менән Ҡырымға барған. 1734 йылдың декабрендә яңы ихтилал күтәрергә ҡарар сығарған йыйынды ойоштороусыларҙың береһе. Нуғай даруғаһында 3 меңлек ғәскәр йыйған, 1735 июнендә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы сыҡҡан. Июль башында Ергәнтауҙан көньяҡтараҡ Чириков ғәскәрен тар-мар итә, сентябрҙән башлап Аҡай Күсемов менән Өфө янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. 1736 йылдың 29 июнендә Ыҡ йылғаһы буйында (Кама йылғаһының ҡушылдығы) Килмәк Нурушев ғәскәре А. И. Румянцев етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрен тар-мар итә. 1737 йылдың февралендә Табын ҡәлғәһендә ҡулға алынған, Өфөгә, һуңыраҡ Минзәләгә ебәрелгән, 1738 йылда Санкт-Петербург ҡалаһына. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ».
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Выветриваемые формы
- ↑ Юлдашев Мулланур. Йомаҡ ауылы микротопонимикаһы. — Мәләүез районы, 16 декабрь 2003 йыл. — 146-сы һан с.
- ↑ Трасса с горы Зирган-Тау