Зверева Наталия Ивановна
Зверева Наталия Ивановна (12 июнь 1970 йыл) — Рәсәй менеджеры, «Беҙҙең киләсәк» региональ социаль программалар фонды директоры.
Наталия Ивановна Зверева | |
![]() | |
Эшмәкәрлек төрө: |
«Беҙҙең киләсәк» фондының директоры |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
![]() |
БиографияһыҮҙгәртергә
Наталия Ивановна Зверева 1992 йылда «иҡтисад белгесе» һөнәре буйынса Мәскәү ғәмәли биотехнология институтын тамамлай, Георгий Плеханов исемендәге Рәсәй экономик университетында уҡый[1]. 1993—1996 йылдарҙа «НИКойл» асыҡ акционер йәмғиәтендә баш бухгалер, аҙаҡтан иҡтисад һәм финанстар департаменты директоры булып эшләй[1]. 2005 йылдан 2007 йылға тиклем — «Уралсиб» банкында идара рәйесе кәңәшсеһе һәм Тәүәккәл инвестициялар менән идара итеү хеҙмәтенең кәңәшселәр етәксеһе[1].
2007 йылда Вагит Алекперов ойошторған, зәғиф кешеләргә, күп балалы ғаиләләргә һәм балалар йорттарың тәрбәнеүселәренә үҙ эшен асырға Рәсәйҙәге беренселәрҙән булып ярҙам иткән «Беҙҙең киләсәк» фондын етәкләй[2][3].
2012 йылдан башлап социаль бизнесты һәм эшҡыуарлыҡ үҫтереү һорауҙары буйынса Рәсәй Федерацияһының сауҙа һәм сәнәғәт палатаһының Координацион кәңәштең рәйесенең урынбаҫары[4].
Звереваның мәҡәләләре «Эксперт» журналында[5], «Ведомости»[6] һәм «Частный корреспондент» гәзиттәрендә баҫтырылып сыға[7]. Ул эшҡыуарҙарҙың министрҙар кабинеты һәм Дмитрий Медведев менән булған осрашыуҙа ҡатнаша[8]. «За труды во славу Св. Церкви Святителя Даниила Московского» миҙалы менән бүләкләнә[1].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Попечительский совет. Медиа капитал. 28 апрель 2015 тикшерелгән.
- ↑ Венера Петрова Социальный бизнес: благородные побуждения, приносящие прибыль. РБК.
- ↑ Аврора.Елизавета Бебех, Владимир Кривко Понять с полуслова: в необычной парикмахерской просьбы клиентов читают по губам. РИА Новости (27.09.2013).
- ↑ Члены совета
- ↑ Наталия Зверева Социальное предпринимательство: новые веяния и пути развития. Бизнес-журнал. Фонд «Наше Будущее». 28 апрель 2015 тикшерелгән.
- ↑ Наталия Зверева Суть дела: Есть другая экосистема. Ведомости (2011-04-06). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
- ↑ Наталия Зверева Законодатель мод. Частный корреспондент (2014-03-27). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
- ↑ Александр Лабыкин Бизнес с человечным лицом. Эксперт (2013-11-08). 28 апрель 2015 тикшерелгән.