Заһир (мәғәнәләр)
Заһир - (ғәр. الظاهر- әз-За́һир) - Аллаһы тәғәләнең 99 күркәм исеменең (сифатының) береһе, "Аңлайышлы", "Асыҡ", "Мәғлүм" тигән мәғәнәләргә эйә. Башҡорт телендә иҫке китапса һүҙ тип һанала һәм бер нисә мәғәнәгә эйә [1].
Мәғәнәләр
үҙгәртергә- Заһир - яҡты, нурлы.
Заһир булһа алдыңда ут йәки ҡаплап китһә сил... С. Яҡшығолов
- Заһир - күренеп торған, мәғлүм, билдәле.
Хәшиә ғәләмәте шунан заһир,
дин биреп донъя һатып алмағанда
Аҡмулла
- Заһир булыу - барлыҡҡа килеү, пәйҙә булыу.
1683 йылда Минзәлә тирәһендә йәнә башҡорт фетнәләре заһир булды. М. Һаҙыев
Ир-ат исеме
үҙгәртергә- Исмәғилев Заһир Ғариф улы — башҡорт композиторы. БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы
- Вәлитов Заһир Суфиян улы — СССР һәм Рәсәй театр актёры, Башҡорт АССР-ының (1984) һәм Рәсәй Федерацияһының (2000) халыҡ артисы
- Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы — башҡорт яҙыусыһы, шағир. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993.-350-се бит
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 350-се бит
Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |