Захаров Алексей Юрьевич

Захаров Алексей Юрьевич (9 март 1971 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. 2013 йылдың 10 октябренән 2019 йылдың 13 мартына тиклем Мәскәү өлкәһе прокуроры,2019 йылдың 13 мартынан Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуроры урынбаҫары[1].

Захаров Алексей Юрьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Алексей Юрьевич Захаров
Тыуған көнө 9 март 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Архангельск, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Юлия Сергеевна Шойгу[d]
Һөнәр төрө прокурор, юрист
Уҡыу йорто Һарытау дәүләт юридик академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Медаль «За содружество во имя спасения» II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
Рәсми сайт mosoblproc.ru
 Захаров Алексей Юрьевич Викимилектә

1-се класлы Дәүләт юстиция советнигы[2]. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре.

Биографияһы

үҙгәртергә

Алексей Захаров 1971 йылдың 9 мартында Архангельск ҡалаһы Первомайск ҡасабаһында тыуған.

1989—1991 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә.

1995 йылда Һарытау дәүләт академия хоҡуғы «Юриспруденция»һөнәре буйынса тамамлай.

1996 йылда Мәскәү өлкәһе Раменское ҡала прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе.

1996—1997 йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Жуковский ҡалаһы прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе.

1997 йылда — Мәскәү өлкәһе Жуковский ҡалаһы прокурор ярҙамсыһы, өлкән ярҙамсыһы.

1997 йылдан 2000 йылға тиклем Мәскәү өлкәһе Жуковский ҡалаһы прокурор ярҙамсыһы булып эшләй.

2000 йылдан 2001 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһының Эске эштәр органдарында тикшереү, тикшереү һәм оператив эҙләү эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса департаменттың өсөнсө зона бүлеге прокуроры һәм өлкән прокуроры була. 2001 йылдан 2002 йылға тиклем — Мәскәүҙең Басманный район-ара прокуроры урынбаҫары.

2002 йылдан 2009 буйынса — Мәскәү Басман район-ара прокуроры.

.2009-2010 йылдарҙа Калининградта Төньяҡ-Көнбайыш транспорт прокуроры урынбаҫары.

2010—2013 йылдарҙа — Мәскәү ҡалаһы прокуроры урынбаҫары.

2013 йылдың апреленән Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһында тикшереүҙәрҙе күҙәтеү буйынса баш идаралыҡ начальнигы урынбаҫары — Рәсәй Эске эштәр министрлығында һәм Рәсәйҙең Наркотиктарға ҡаршы Федераль хеҙмәтендә тикшереүҙәрҙе күҙәтеү бүлеге начальнигы булып эшләй.

2013 йылдың 10 октябренән Мәскәү өлкә думаһы тарафынан Мәскәү өлкәһе прокуроры вазифаһына раҫлана[3].

2019 йылдың 13 мартында Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуроры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә[4].

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2021 йылдың 30 декабрендәге 736-сы һанлы Указына ярашлы 1-се класлы юстиция дәүләт советнигы дәрәжәһе бирелә.[5].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы оборона Министры Сергей Шойгуның кейәүе — өлкән ҡыҙы Юлияның ире.. Ике балаһы бар: ҡыҙы — Дарья, улы — Кирилл.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  Тышҡы һүрәттәр
  Прокурор А. Ю. Захаров в мундире с наградами
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы[6];
  • ведомство наградалары:
    • Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре;
    • «Рәсәй Федерацияһы прокуратураһында фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә