Заслав һыуһаҡлағысы
Заслав һыуһаҡлағысы (бел. Заслаўскае вадасховішча) — ҙурлығы буйынса Белоруссияла икенсе урында торған яһалма һыуһаҡлағыс. Минскиҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта, Минск ҡалҡыулығының төньяҡ-көнсығыш битләүҙәрендә 210,4 метр бейеклектә урынлашҡан. Ҡайһы берҙә Минск диңгеҙе тип тә атала[3].
Заслав һыуһаҡлағысы | |
бел. Заслаўскае вадасховішча | |
Нигеҙләү датаһы | 1956 |
---|---|
Ҡушамат | Мінскае мора[1] |
Быуа | Гонолес[d] |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Свислочь[d] һәм Ratamka[d] |
Күлдән аҡҡан йылғалар | Свислочь[d] |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Березины[d] |
Бассейн майҙаны | 562 км² |
Солёность | 265 ± 80 mg/dm³ |
Дәүләт | Беларусь |
Административ-территориаль берәмек | Минский район[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Минская возвышенность[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 207 метр[2] |
Циклдың өлөшө булып тора | водохранилища Белоруссии[d] |
Оҙонлоҡ | 10 km |
Киңлек | 4,5 km |
Майҙан | 25,6 км² |
Күләме | 108 500 000 м³ |
Длина береговой линии | 55 km |
Заслав һыуһаҡлағысы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1956 йылда Минскиҙағы ташҡынға ҡаршы көрәш һәм йылға ағымын көйләү өсөн Свислочь йылғаһында төҙөлгән дамба һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Вилейск-Минск һыу системаһына инә.
Гидрологик күҙәтеүҙәр 1959 йылдан алып барыла.
Үлсәмдәре
үҙгәртергәКүл өҫтө майҙаны — 31,1 км², оҙонлоғо — 10 км, иң киң урыны — 4,5 км, уртаса тәрәнлеге — 3,11 км, иң тәрән ере — яҡынса 8 м, уртаса тәрәнлеге — 3,5 м. Күләме: тулы — 108,5 млн м³, файҙалы — 50 миллион м³. 10 утрауы бар.
Һыу йыйыу бассейны (562 км²) — ҙур убалы, соҡорҙар һәм йырындар менән бүлгеләнгән, башлыса ҡомло-балсыҡлы тупраҡтан тора, уйпатлыҡтарында — торф ятҡылыҡтары, урманлығы — 43 %.
Гидроузел ағыҙғысында уртаса йыллыҡ тәбиғи ағым — 129,8 млн м². Ташҡын март-май айҙарына тура килә. Башлыса ҡар һыуы менән туйына.
Яр буйы һыҙатының оҙонлоғо 55 км. Бассейн битләүҙәре һөҙәк, көньяҡта һәм төньяҡта кәҫле, көнсығышта һәм көнбайышта ҡатнаш урман менән ҡапланған, Вяча йылғаһы ҡойған ерҙә һаҙлыҡлы.
Заславка һыу һаҡлағысы уйпатлығы һыуҙан баҫтырылғанға тиклем Свислочь, Вяча, Ратомка һәм Черняовка йылғаларының һаҙматлы һыубаҫар туғайы була.
Декабрҙең беренсе яртыһында туңа, апрель уртаһында асыла. Боҙҙоң ҡалынлығы 50—70 см. Һыуҙың минераллаштырыуы 190—340 мг/л.
Көнсығыш өлөшө үләнле (күрән, ҡыуыҡлы аир, һыутәңкәһе). Күлдә алабуға, шырт балыҡ, сабаҡ, суртан, күк балыҡ һ.б. бар.
ГЭС-тың ҡоролмалары составына быуа, уратып алған дамба, һыу ағыҙыу юлы, ГЭС инә.
Быуаның оҙонлоғо 831 метр, балсыҡ экранлы, көпшә дренажы менән ябылған, өҫкө таяуының нығытмаһы — тимер-бетон плиталар, быуаның бер өлөшөндә тулҡын һуғыу парапеты башҡарылған, быуаның максималь бейеклеге — 12 метр, һырт буйлап киңлеге — 10 метр. Һыу ағыҙыу юлы бетонлы, һәр береһе 6 метрлыҡ ике аралыҡта, ике аҫҡы һыу нөктәһе, сегментлы ҡапҡалары бар. Яҡынса һыу үткәреүсәнлеге — 180 м3/с.
Гонолес ГЭС-ы бетонлы, 215 кВт ҡеүәтле бер гидравлик агрегат. 1994 йылда ГЭС ремонтлана, уның ҡеүәте 300 кВт-ҡа тиклем арта.
Свислочь йылғаһы ҡушылған ерҙә Заславль ҡалаһы урынлашҡан.
Һыуһаҡлағыс ярында 250 урынлыҡ «Юность» шифахана-һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан, шифахана-профилакторийҙар: 150 урынға Лазурный, 180 урынға Свитанок, 100 урынға «Спутник», БНТУ шифахана-профилакторийы бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Белоруссия һыуһаҡлағыстары
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Почему вода в Минском море стала зеленой? (урыҫ) — 2018.
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Почему вода в Минском море стала зеленой? The Village Беларусь (21 июль 2018). Дата обращения: 26 май 2020.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ҡалып:Книга:Белорусская ССР. Краткая энциклопедия
- «Водохранилища Беларуси (справочник)». Мн.:ОАО Полиграфкомбинат им. Я. Коласа, 2005.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Жуков П. И. О гибели рыбы на Заславском водохранилище // Экология позвоночных животных Белоруссии. Минск, 1965.