Заславль замогыБелоруссияның иң боронғо бастион замоктарының береһе, XVI быуат уртаһында поляк-литва магнаттары Глебовичтар тарафынан Заславль ҡалаһы янында (хәҙ. Минск өлкәһе ,Минск районы, Белоруссия) төҙөлгән.

Заславль замогы
бел. Заслаўскі замак
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Заславль[d]
Современное состояние разрушенный[d]
Карта
 Заславль замогы Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Замок ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм 200X100 метр майҙанды биләгән һәм һәр яғынан һыулы йырындар менән уратып алынған. Ер бастиондар таш һәм кирбес менән түшәлгән. Валдарҙың емерелеүен булдырмау өсөн 0,33 м ҡалынлығында һәм 2,5 метр бейеклектә стеналар күтәрелгән. Замокҡа берҙән-бер инеү урыны ике метрлыҡ ҡалынлыҡтағы таш стеналарға эйә булған ике ҡатлы ҡапҡа аша көньяҡ яҡтан булған. Ҡапҡаларға йырын аша ағас күпер алып барған. Замокта кирбес менән түшәлгән ер аҫты юлы булған, ул замок ситкә алып барған, сығыу урыны метал рәшәткәләр менән ябылған. Ҡамалып ҡалыу осрағына замокта ҡоҙоҡ булған[1]

Спас-Преображенск сиркәүе

үҙгәртергә

Замок эсендә урынлашҡан Спас-Преображенск сиркәүе стеналарының үрге өлөшөндә үҙгәртеп ҡоролоу ваҡытында бойницаларға эйә булған. Бынан тыш бойницаларҙың алты ҡаты ҡорамдың утыҙ метрлыҡ башняһында ла булған, ул замоктың күҙәтеү пункты булып хеҙмәт иткән.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта Спас-Преображенск сиркәүе, һарай брамы емереклектәре һәм йырындары һаҡланған.

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ткачоў, М. А. Заслаўе // Замкi i людзi. — Мн.: Навука i тэхнiка, 1991. — С. 125-127. — 184 с. — 6000 экз. — ISBN 5-343-00880-1.
  • Юрый Заяц. Заславскi замак // Вялікае Княства Літоўскае. Энцыклапедыя у 3 т. — Мн.: БелЭн, 2005. — Т. 1: Абаленскі — Кадэнцыя. — С. 648-649. — 684 с. — ISBN 985-11-0314-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә