Заречье ауыл Советы (Ғафури районы)
Заречье ауыл Советы — Ғафури районы составында ауыл биләмәһе, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 453079. ОКАТО коды — 80221815000. Красноусол ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.
Заречье ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ғафури районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 19 ноябрь 2008 |
Автомобиль юлдары
үҙгәртергәКурорт — Белый Камень автомобиль юлы
Географияһы, тәбиғәте
үҙгәртергәЧесноковка йылғаһы, Журавлев Яланы тәбиғи ыҙаны, урман (Ғафури урман хужалығы хеҙмәтләндерә).
Ауыл Советы составы
үҙгәртергәКурорт ауылы — административ үҙәк, Умартасылыҡ совхозы (умартасылыҡ совхозы ауылы), Белый Камень.
Тарихы
үҙгәртергә«Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Заречье ауыл Советы ойошторолоуы тураһында» 1997 йылдың 8 декабрендәге 128-з, ст.1 һанлы Законына ярашлы 1997 йылда Красноусол ҡасаба Советынан Заречье ауыл Советы бүленеп сыға:
Ғафури районы Красноусол ауыл Советын бүлеү юлы менән ауыл Советы составына Курорт, Умартасылыҡ совхозы ҡасабаларын индереп, Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Заречье ауыл Советын ойошторорға, административ үҙәкте Курорт ауылында урынлаштырырға.— [1]
.
2005 йылда ауыл Советы ауыл биләмәһе составында яңы Белый Камень ауылы барлыҡҡа килә.
ст.1.Түбәндәге тораҡ пункттарҙы ойошторорға:4) Ғафури районында:
Заречье ауыл Советында «Белый Камень» ауылын;
(«Административ үҙәктәрҙе күсереү, тораҡ пункттарҙы ойоштороу, берләштереү, бөтөрөү һәм статустарын үҙгәртеү менән бәйле Башҡортостан Республликаһы административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» 2005 йылдың 20 июлендәге 211-з һанлы Закон» (Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителә — РБ 07.07.2005)[1]) Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Красноусол ауылында административ үҙәге менән «Красноусол» атамаһын һаҡлап, Красноусол һәм Заречье ауыл Советтарын берләштерергә. Заречье ауыл Советының Курорт ауылын, умартасылыҡ совхозы, Белый Камень ауылдарын Красноусол ауыл Советы составына индерергә.
Иҫәп мәғлүмәттәренән Заречье ауыл Советын алып ташларға.
Красноусол ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
2008 йылда Табын ауыл Советы, Сәйетбаба ауыл Советы, Красноусол ауыл Советы, Ташлы ауыл Советы муницпаль берәмектәре менән сиктәш («Ауыл биләмәһе статусы һәм сиктәре Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з (19.11.2008 ред.) һанлы Законы»).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (ред. от 29.12.2006) "О ВНЕСЕНИИ ИЗМЕНЕНИЙ В АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОЕ УСТРОЙСТВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН В СВЯЗИ С ОБРАЗОВАНИЕМ, ОБЪЕДИНЕНИЕМ, УПРАЗДНЕНИЕМ И ИЗМЕН …
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»