Көнбайыш Полесье
Көнбайыш Полесье (пол. Polesie Zachodnie, бел. Заходняе Палессе, укр. Західне Полісся) — Белоруссия, Польша һәм Украина территорияларындағы этномәҙәни регион.
Территорияһы
үҙгәртергәКөнбайыш өлөшө Польша (Люблин Полесьеһы), төньяғы — Белоруссия (Берестейск-Пинск Полесьеһы), көньяғы — Украина (Волынь Полесьеһы) территорияларында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәКөнбайыш Полесье мәҙәни берлеге дәүләтселек осорона тиклем формалашҡан. Археологтар Юрий Владимирович Кухаренко, И. Русанова, И. Бируля, О. Иов ҡуш ҡорғандар барлығына, керамика һәм утыраҡтар үҙенсәлегенә таянып, был регионда фәҡәт волындар йәшәгән тигән һығымтаға килгәндәр. Иң киң таралған ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре түңәрәк ярым формаһындағы балдаҡтар булғанлыҡтан, икеләнмәйсә Көнбайыш Полесье халҡын Дулиб союзына (Дулебтар) ҡараған тип икеләнмәйсә раҫларға була.
Аҫаба халыҡ көнбайыш полесье һөйләшендә (шулай уҡ ҡарағыҙ: полесье теле) аралаша. Халыҡ нигеҙҙә православие динендә, ләкин протестантлыҡ та көслө таралған. Халыҡ һаны күп түгел, тик Брест, Бяла-Подляска, Кобрин, Ковель, Пинск ҡалаларында ғына халыҡ һаны 50 меңдән артығырыҡ.
Эске һыуҙары
үҙгәртергәКөнбайыш Полесье көнсығыш өлөшө Днепр йылғаһы, көнбайышы - Висла йылғаһы бассейнындарында. Иң ҙур йылғалары: Припять, Көнбайыш Буг, Стыр, Горынь, Ясельда. Көнбайыш Полесье территорияһында уникаль Свитязь күле бар.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |