Заман (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Заман — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәЗаман исеме ғәрәп теленән үҙләштерелгән — заман, дәүер, осор; замана кешеһе тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәМөхәммәт Заман — 1649—1701 йылдарҙа ижад иткән фарсы рәссамы.
Фамилияла
үҙгәртергәЗаманов Мәсғүт Фәйзрахман улы (14 ғинуар 1914 йыл — 16 февраль 1988 йыл) — сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү алдынғыһы. Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
Заманова Маргарита Кәрим ҡыҙы (21 октябрь 1983 йыл) — Томск политехник университетының Тәбиғәт ресурстары институтының органик матдәләр һәм полимер материалдар технологияһы кафедраһының инженер һәм кесе ғилми хеҙмәткәре.
Сәнғәт
үҙгәртергәЗаман (төркөм) — World Music жанрында сығыш яһаусы Рәсәй музыкаль төркөмө, башҡорт, рус, инглиз, ҡаҙаҡ телдәрендә йырлай. Стиленең нигеҙендә башҡорт фольклоры ята. «Заман» төркөмөнөң репертуары автор композицияларынан һәм башҡорт халыҡ йырҙарының заманса эшкәртмәләренән тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәЗаман-Башҡортостан (гәзит) («Zaman—Башҡортостан») — халыҡ‑ара ижтимағи‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — "Феза АЙ (Төркиә). 1993 йылдың майынан 2003 йылдың февраленә тиклем Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ, башҡорт, татар һәм төрөк (2001 йылдың ноябренә тиклем) телдәрендә сыға. Гәзит биттәрендә төрки халыҡтарҙың тормошо, ислам нигеҙҙәре һәм әхлаҡи ҡиммәттәре яҡтыртыла, хеҙмәттәшлек, үҙ‑ара ярҙам, толерантлыҡ идеялары пропагандалана.
Заман — ваҡыт, геологик тарихи дәүер, осор, миҙгел, грамматик ваҡыт.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |