Закинтос
грек. Ζάκυνθος
грек. Τζάντε
Рәсем
Рәсми атамаһы Ζάκυνθος
Дәүләт  Греция
Административ үҙәге Mer-Égée[d]
Административ-территориаль берәмек Закинтос[d] һәм Commune of Zakynthos[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Закинф[d]
Халыҡ һаны 9760 кеше (2021),
11 082 кеше (2001),
10 457 кеше (1991),
9772 кеше (2011)
Туғандаш ҡала Рипатрансоне[d] һәм Ночи[d]
Майҙан 46 км²
Почта индексы 29100
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 26950
Номер тамғаһы коды ΖΑ
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Zakynthos (city)[d]
Карта
 Закинтос Викимилектә

Закинтос[1] (бор.грек.  Ζάκυνθος, итал. Zante o Zacinto) — Закинфа утрауының көнсығыш яғында, Грецияла урынлашҡан бәләкәй ҡала. Ион утрауҙары переферияһында Закинтос общинаһының(дима) һәм Закинтос перефирия берәҙегенең административ үҙәге. 2011 йылда халыҡ иҫәбе буйынса ҡала халҡы һаны - 9772 кеше. Рәсми атамаһынан тыш, шулай уҡ Хоры тип атайҙар — Греция өсөн  ғәҙәти хәл, әгәр ҡала исеме һәм ул урынлашҡан утрау бер уҡ исем йөрөтһә. 
Закинтос Ҡоллоғонан Изге Храм.
Сиркәү манараһы изге Ҡоллоғонан

Закинтос — ахеецтарҙың боронғо ауылдары. Системалы рәүештә элекке ауылдарҙы табыу өсөн ҡаҙыүҙар әлеге көндә лә башланмаған.

1185 йылда Закинтосты нормандары баҫып ала, ҡала ҡиәфәтендә һәм архетиктураһында көнсығыш йоғонтоһо ныҡ һиҙелә. Венеция республикаһының (XIV—XVII быуат) оҙайлы хакимлығы ҡаланың дөйөм күренешенә йоғонто һала. Венециялағы Изге Марк майҙаны өлгөһө буйынса, ҡалала Иҙге Марк католик серкәүе урынлашҡан Айиу - Марку майҙаны барлыҡҡа килә. Шулай уҡ хәҙерге Грецияның беренсе музыкаль мәктәбенә Закинтоста нигеҙ һалына, ә XVIII һәм XIX быуаттарҙа Венеция һәм Англия хакимлыҡтары һәлһеҙләнгәс, әҙәбиәте сәскә ата. Был мәҙәниәт вәкиле күренекле шағир — Дионисиос Соломос. 1864 йылда британ хакимлығы тамамлана, ҡала Ион республикаһының өлөшө һымаҡ рәсми хәлдә Греция составына инә. Ҡала, Икенсе донъя һуғышынан һуң,1943 йылдың сентәбренән алып 1944 йылдың октябренә тиклем немец оккупацияһы ваҡытындағы меры Лукас Каррера һәм грек - православ архиерейының эшмәкәрлеге өсөн үҙенә рәхмттәр ала. Был ваҡытта яҡынса 300 еврей һаҡлап алып ҡалынған.

Ҡала күп тапҡыр көслө ер тетрәүҙәрҙән зыян күргән, әммә һәр ваҡыт яңынан төҙөлгән. Һуңғы көслө ер тетрәүе 1953 йылдың 12 августында була, ҡала тулыһынса тиерлек емерелә. Яңы төҙөлөш иҫке төҙөү пландарына нигеҙләнгән, ҡала үҙенең элекке йөҙөн һаҡлап ҡала алһын өсөн. Бөгөнгө Закинтос — яңы һәм реконструкция үткән өйҙәрҙең ҡатышмаһы.

Айиу - Марку майҙанында 1957 йылда кире төҙөлгән һәм 1966 асылған Соломса Музейы һәм Закинтостың башҡа күренекле эшмәкәрҙәре муҙейы урынлашҡан[2]. Дионисиу - Солому майҙанында 1959 йылда төҙөлгән Закинтос Музейы урынлашҡан[3]. 2013 йылда изге Дионисия храмының диуары эргәһендә билдәле Рәсәй флотоводецы Федор Ушаковтың бронзалы бюстын куйғандар.

Закинтос берләшмәһе

үҙгәртергә

Закинтос общинаһы берләшмәһенә Строфадес төркөмөнөң Стамфанионе утрауындағы Строфадес монастыре инә общиналары берлегенә инә. 2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса халыҡ һаны 9773 кеше. Майҙанды 5,717квадрат километры[4].

Тораҡ пункттар Халҡы (2011), кеше
Закинтос 9772
Строфадский монастыры 1
Йыл Халыҡ, кеше
1991 10 457[5]
2001 11 082[5]
2011 ↘ 9772
  • Каррер, Павлос (1829-1896) — беренсе грек опера композиторы, авторҙың 12 операһы.
  • Соломос, Дионисиос (1798-1857) — шағир, «гимн свободе» авторы, Греция милли гимны.
  • Фосколо, Уганда (1778-1827) — филологы һәм шағиры.
  • Цокос, Дионисиос (1814-1862) — рәссам, хәҙерге Греция пионерҙарҙың һынлы сәнғәтенең береһе.

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Wikidata/SisterCities

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 125.
  2. Μουσείο Σολωμού και Επιφανών Ζακυνθίων. Περιγραφή (грек). Υπουργείο Πολιτισμού και Αθλητισμού (2012). Дата обращения: 11 декабрь 2017.
  3. Μουσείο Ζακύνθου. Περιγραφή (грек). Υπουργείο Πολιτισμού και Αθλητισμού (2012). Дата обращения: 11 декабрь 2017.
  4. Απογραφή πληθυσμού - κατοικιών της 18ης μαρτίου 2001 (μόνιμος πληθυσμός) (грек). — Πειραιάς: Εθνική στατιστική υπηρεσία της Ελλάδας, 2009. — Т. I. — С. 370. — ISSN 1106-5761.
  5. 5,0 5,1 Μόνιμος και Πραγματικός Πληθυσμός της Ελλάδος. Σύνολο Ελλάδος, νομοί, δήμοι/κοινότητες, δημοτικα/κοινοτικά διαμερίσμα και οικισμοί. Απογραφές πληθυσμού 2001 και 1991 (грек). Ελληνική Στατιστική Αρχή. Дата обращения: 22 июнь 2017. Архивировано 16 июль 2006 года. 2006 йыл 16 июль архивланған.