Заико Александр Иванович
Заико Александр Иванович (25 март 1947 йыл, Өфө) — электрон техника инженеры. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1984). Башҡортостан Республикаһы Инженерҙар академияһының мөхбир ағзаһы (1994), Халыҡ-ара инженерҙар академияһының ағза-корреспонденты (1996)[1][2].
Заико Александр Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 25 март 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер, уйлап табыусы, ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Иванович Заико 1947 йылдың 25 мартында Өфө ҡалаһында тыуған. 1970 йылда электрон техника инженеры һөнәре алып Өфө авиация институтын тамамлай. 1970 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетында: аспирант, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы профессоры, баш ғилми хеҙмәткәр[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЗаико Александр Иванович метрология, электротехника һәм мәғлүмәт-үлсәү техникаһы өлкәһендәге белгес. Фәнни тикшеренеүҙәре үлсәү техникаһы һәм метрология проблемаларына арналған. Заико Александр Иванович үлсәүҙәрҙең етешһеҙлектәрен билдәләү өсөн комплекслы ҡараш, аэройыһан техникаһын натуралата һынау өсөн мәғлүмәт-үлсәү системаларын анализлау һәм синтезлау ысулдарын, структура һәм программа яғынан артыҡ булған инклинометрик системаларҙы, норматив-техник документтар, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең һәм Башҡортостан Республикаһының авиация сәнәғәте предприятиеларында технологик процестарҙы метрологик тәьмин итеү приборҙарын һәм системаларын эшләй, уның исемен йөрөткән осраҡлы процесс моделе авторы. Системаларҙы метрологик тәьмин итеү буйынса 15 норматив-техник документ (шул иҫәптән 1 дәүләт һәм 4 тармаҡ стандарты), төрлө тәғәйенләнешле 10 адаптив прибор һәм система эшләй һәм индерә[2].
«Измерительная техника» һәм «Метрология» журналдары рецензенты (1977 йылдан алып), «Вестник УГАТУ» журналының редколлегия ағзаһы (2000 йылдан алып).
330-ҙан ашыу хеҙмәт, шул иҫәптән 6 китап, үҙәк матбуғатта 40-тан ашыу мәҡәлә баҫтырып сығара. 50-нән ашыу авторлыҡ танытмаһы һәм патенты бар[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[3]
үҙгәртергә- ВДНХ-ның Почет дипломы,
- Космонавтика федерацияһының М. С. Рязанский исемендәге миҙалы
- Рәсәй Федерацияның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997)
- СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1984)
Хеҙмәттәре[4]
үҙгәртергә- Точность аналоговых линейных измерительных каналов ИИС. М., 1987;
- Теория систем. Стохастические модели. М., 2005;
- Случайные процессы. Модели и измерения. М., 2006.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Заико Александр Иванович 2022 йыл 9 май архивланған.
- Александр Иванович Заико(недоступная ссылка)
- Заико Александр Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Заико Александр Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Александр Иванович Заико(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Заико Александр Иванович 2022 йыл 9 май архивланған.
- ↑ Заико Александр Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.