Загреб зоопаркы
Загреб зоопаркы (хорв. Zoološki vrt grada Zagreba) — Хорватияның баш ҡалаһы Загребта урынлашҡан зоопарк. Өс хорват зоопарктарының береһе.
Загреб зоопаркы | |
хорв. Zoološki vrt grada Zagreba | |
Нигеҙләү датаһы | 27 июнь 1925 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Mijo Filipović[d] |
Дәүләт | Хорватия |
Административ-территориаль берәмек | Загреб |
Рәсми сайт | zgzoo.com |
Загреб зоопаркы Викимилектә |
Максимир паркында урынлашҡан. Зоопарк майҙаны — 5,5 га, күл һәм быуалары менән бергә — 7 гектар. Загреб зоопаркында бөтәһе 275 төр булған 2 225 йәнлек бар.
Зоопарк зоопаркының иң ҡыҙыҡ һәм һирәк хайуандары араһында — ҡар барыҫы, кесе панда, окапи, аддакс, сахара ориксы, төньяҡ ҡытай пардусы, ғәҙәти шимпанзе, мартышка диана, зубр, кәрлә гиппопотам, ике үркәсле дөйә бар.
1925 йылдың 17 июнендә Загреб ҡалаһында зоопарк асыла. Загреб зоопаркына хорват һыу инженеры һәм филателисы Мийо Филипович (Mijo Filipović; 1869—1948) нигеҙ һала. 1990 йылдан башлап зоопаркҡа реконструкция дауам итә[1].
Загреб зоопаркы Бөтә донъя зоопарктар һәм аквариумдар ассоциацияһы ағзаһы (Zoos Aquariums Association of and World) булып тора, юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған хайуандар төрө европа программаһында ҡатнаша (European Endangered Species Programme).
Хәҙерге көндә был зоопарктың директоры Даворка Малькович (Maljković Davorka).
Галереяһы
үҙгәртергә-
Зоопаркҡа инеү урыны
-
Зоопаркта евразия һеләүһене
-
Океания бүлегендә
-
Ерҙәге иң юғары эволюцияға арналған вольер
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История зоопарка 2010 йыл 2 май архивланған. на Веб-страница зоопарка 2009 йыл 23 ғинуар архивланған. (хорв.)(хорв.)
Һылтанмалар
үҙгәртергәЗагреб зоопаркы Викимилектә |
- Веб-страница зоопарка 2009 йыл 23 ғинуар архивланған. (хорв.)
- Novi projekti i sve više sadržaja za posjetitelje(недоступная ссылка) (хорв.)
- Gradi se novi zoološki vrt, gotovo četiri puta veći od maksimirskog! 2016 йыл 3 март архивланған. (хорв.)