Завадский Владимир Борисович

Заводский Владимир Борисович (1947 йыл) — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, М. П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһы профессоры, хор дирижерлығы кафедраһы мөдире[1].

Завадский Владимир Борисович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1947
Тыуған урыны Печенга, Печенгский район[d], Мурманск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Свердловск музыка училищеһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Борисович Завадский 1947 йылда мурманск өлкәһе Печенга ҡасабаһында тыуған[2]. П. И. Чайковский исемендәге музыка училищеһында белем ала, халыҡ инструменттары бүлеген тамамлай. Дирижерлыҡ менән Г. И. Кондрашев етәкселегендә шөғөлләнә. 1976 йылда М. П. Мусоргский исемендәге Урал консерваторияһыың хор дирижерлығыы факультетына уҡырға инә (М. Н. Глаголева класы). Уны В. А. Глаголев, Т. С. Матвеева, Г. П. Рогожниковтар уҡыта[1].

1972 йылда П. И. Чайковский исемендәге музыка училищеһында уҡыта башлай[1].

1975 йылда Свердловск өлкәһе мәҙәниәт министрлығы художестволы белем биреү үҙәге методисты була. Пермь мәҙәниәт институты, Силәбе музыка институты, Урал дәүләт педагогия университеттарының Дәүләт аттестацион комиссиялары рәйесе[1].

1977—1992 йылдарҙа өйрәнсек хор етәксеһе була. 1979 йылда Г. П. Рогожникова етәкселегендә Урал консерваторияһының ассистентураһын тамамлай. 1987 йылда Урал консерваторияһында уҡыта башлай, хор дирижерлығы, хор партитураларын уҡыу, хор класы буйынса дәрестәр алып бара. 1990 йылда хор дирижерлығы кафедраһы башлығы итеп ҡуйыла.

Урал консерваторияһында студенттар оркестры етәксеһе була[1][3]. 1998 йылда уға доцент исеме бирелә, 2007 йылдан — профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы.

Уның уҡыусылары араһынан 70-тән ашыу кеше дирижер-хормейстер һөнәрен һайлайҙар. Свердловск ҡалаһында музыка мәктәптәренең йыйылма балалар хоры етәксеһе була.

«Екатеринбург яҙы» V Бөтә Рәсәй хор музыкаһы конкурсында жюрийында эшләй[4], шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышының 65 йыллығына арналған «Хор яҙы» төбәк балалар һәм үҫмерҙәр хор коллективтары конкурс-фестивале жюри составында була[5]..

Урал консерваторияһының Ғалимдар Советы ағзаһы. Вокал-хор сәнғәте, музыка фәне, композиция һәм музыкаль тауыш режиссураһы факультеты деканы[6].

Урал консерваторияһы студенттары хоры етәксеһе булараҡ, уның концерт эшмәкәрлеген әүҙем үҫтерә, хор Урал йәштәр оркестры, Урал консерваторияһының филармония оркестры менән хеҙмәттәшлек итә. Ул етәкселек иткән осорҙа хор бик күп программалар әҙерләй һәм башҡара, улар араһында «Реквием» (В. Моцарт), «Gloria» һәм «Stabat Mater» (Ф. Пуленок), «Пушкин тажы» (Г. Свиридов), «Курск йырҙары», «С. Есенин иҫтәлегенә поэма», һәм «Ҡыңғырауҙар» (С. Рахманинов,) «Немец реквиемы» (И. Брамс), «Икенсе симфония» (Г. Малер)[7].

IV ҡала асыҡ балалар һәм үҫмерҙән хор коллективтары һәм вокаль ансамблдәре (2014 йылдың 1-12 апрелдә Сорғотта үтте[8]) һәм «Ижад йәйғоры» II вокал-хор балалар (2017 йылдың 9 апрелендә И. П. Романенко исемендәге Сысерт ҡала ял итеү үҙәгендә үтте) конкурстары рәйесе"[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә