Житникова Варвара Павловна

Житникова Варвара Павловна (1 декабрь 1917 йыл — 14 декабрь 1984 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Украина ССР-ы Харьков өлкәһе «Ҡыҙыл тулҡындар» орлоҡсолоҡ совхозы звеньевойы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Житникова Варвара Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 декабрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) или 1918
Тыуған урыны Харьков өлкәһе
Вафат булған көнө 14 декабрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Һөнәр төрө ауыл хужалығы һөнәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Варвара Павловна Житникова 1917 йылдың 1 декабрендә Харьков өлкәһе территорияһында украин крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған.

Башланғыс белем алған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында немецтар тарафынан оккупацияланған биләмәлә йәшәй. 1943 йылдың февралендә был территория немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителгәндән һуң Житникова Варвара Павловна дошмандар тарафынан емерелгән хужалыҡты тергеҙеүҙә ҡатнаша. Һуңыраҡ Житникова Варвара Павловна иген үҫтереүсе звеноны етәкләй. 1947 йылда үҙенең звеноһына ҡараған 20 гектар майҙанда гектарынан 35,5 центнер бойҙай үҫтереп ала.

1948 йылдың 13 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы Варвара Павловна Житниковаға ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләр алғаны һәм уңыш собирать итеүҙә рекорлы күрһәткестәре өсөн «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Артабан да Житникова Варвара Павловна ауыл хужалығында эшләүен дауам итә һәм ауыл хужалығы производствоһында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.

В. П. Житникова Харьков өлкәһе Великобурлыкский районының Червоная Хвыля ҡасабаһында йәшәй. Ул 1984 йылдың 14 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (13.03.1948)
  • Ленин ордены (13.03.1948)
  • миҙалдар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Харьковщинаның алтын йондоҙҙары. Төҙөүсе Дикань А. П. — Харьков, 2009.

Һылтанмалар

үҙгәртергә