Жеханов Андрей Ильич

Андрей Ильич Жеханов (1884 — 1924) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы секретары (1922), РКП (б)-ның Царицын өлкә комитетының яуаплы секретары (19231924).

Жеханов Андрей Ильич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1884
Тыуған урыны Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Жеханов Андрей Ильич 1884 йылда Нижегород губернаһы Түбәнге Новгородта тыуған.

1905 йылта РСДРП(б)-ға инә, Мәскәүҙә эшләй. Революцион хәрәкәттә ҡатнашҡаны өсөн Түбәнге Новгородҡа һөрөлә.

1906 йылдан батша армияһы сафтарында хеҙмәт итә, 1908 йылда Орел губернаһына һөрөлә.

19141917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, фронтта революцион эштәрен алып барғаны өсөн эҙәрләүҙәргә дусар булған.

1917 йылда Петроградта РСДРП(б)-ның полк комитетының рәйесе була. 1917 йылдың 25 октябрендә Ҡышҡы һарайҙы штурмлауҙа ҡатнаша.

1918-1919 йылдарҙа Граждандар һуғышында Көнсығыш фронтта РККА сафтарында ҡатнаша.

1920-1922 йылдарҙа Түбәнге Новгородта партия эшендә була.

1922 йылдың апреленән сентябргә тиклем — РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы секретары.

1922 йылдың ноябренән — РКП(б)-ның Царицын губерна комитетының ойоштороу бүлеге мөдире.

РКП(б)-ның XII съезы һәм XI бөтә Рәсәй советтары съезы делегаты була.

1923 йылдың июленән 1924 йылдың апреленә тиклем — РКП(б)-ның Царицын губерна комитетының яуаплы секретары.

1924 йылдың 5 майында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса апрель айында[1]) Мәскәүҙә үҙенә үҙе ҡул һала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә