Йәләлетдинов Вәкил Әхәр улы

(Жалалетдинов Вакиль Ахарович битенән йүнәлтелде)

Йәләлетдинов Вәкил Әхәр улы (27 октябрь 1955 йыл) — йырсы (баритон). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға Республика йәш йырсылар бәйгеһе лауреаты (1979).

Йәләлетдинов Вәкил Әхәр улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 октябрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Арғаяш районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө музыкант

Биографияһы

үҙгәртергә

Вәкил Әхәр улы Йәләлетдинов 1955 йылдың 27 октябрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡолой ауылында тыуған. 1984 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлеген (Б. Н. Вәлиева класы) тамамлай.

Институттан һуң Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада, 1986—2009 йылдарҙа музыкаль-әҙәби лекторий солисы булып эшләй.

Күркәм тембрлы йомшаҡ тауышҡа эйә. Башҡарыу алымы тәьҫирле булыуы һәм художестволы образды бар нескәлегендә тапшыра алыу һәләте менән айырылып тора. Репертуарында Н. А. Римский-Корсаков, П. И. Чайковский, Дж. Верди операларынан, И. Кальман, И. Штраус оперетталарынан ариялар, ватан һәм сит ил композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары. А. Х. Ғабдрахманов, Ф. М. Ғафуров, Н. Ә. Дауытов, З. Ғ. Исмәғилев, А. Т. Кәримов, Р. Х. Сәхәүетдинова, Р. М. Хәсәнов һәм башҡа композиторҙарҙың вокаль циклдарын, романстарын һәм йырҙарын тәүге башҡарыусы.

Башҡорт эстрада йырҙары: «Берҙән берем-ғәзиз ерем», «Бәхет йыры», «Мәңге балҡы. Башҡортостан», «Һуғышта юғалған һалдаттар», «Бирмәйбеҙ утҡа», «Матур икән был донъялары» һәм башҡорт халыҡ йырҙарын аһәңле итеп башҡара. Рәсәй, Германия, Ҡаҙағстан буйлап гастролдәрҙә була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995)
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсылар бәйгеһе лауреаты (Өфө, 1979)


Һылтанмалар

үҙгәртергә