Еүеш (Мокрый) Чалтырь (йылға)
Еүеш Чалтырь — Ростов өлкәһендәге Рәсәй йылғаһы, Мертвый Донецтың уң ҡушылдығы (Дон дельтаһының бер тармағы). Хавала йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы . Дөйөм төшөү ауышлығы — 100,4 м.
Еүеш Чалтырь | |
---|---|
Чалтырь ауылынан көньяҡҡа табан | |
Характеристика | |
Һыу сығымы | Исток = м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | көньяҡ -көнсығышҡа табан Карпо-Николаевка ауылынан (Мясников районы |
· Бейеклеге | 100[1] м |
· Координаталар | 47°25′45″ с. ш. 39°31′32″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Йылға Мёртвый Донец (Дон дельтаһы тармаҡтарының береһе |
· Урынлашыуы | көньяҡҡа табан Мокрый Чалтырь ауылынан(Мясников районы) |
· Бейеклеге | - 0,4[2] м |
· Координаталар | 47°15′38″ с. ш. 39°28′13″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Атлантик океан → Ҡара диңгеҙ → Азов диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Ростов өлкәһе |
РДҺР | 05010500912507000000040 |
— инеше, — тамағы | |
Еүеш Чалтырь Викимилектә |
Исеме
үҙгәртергәЙылғаның икенсе исеме бар — Ҡалмыҡ йырыны, ә һул яҡтағы Беренсе йырын йылғаһы ҡушылған ергә тиклем Өсөнсө йырын тип атала.[3]
Шулай уҡ Ростов өлкәһендә Ҡоро (Сухой) Чалтырь йылғаһы бар. Йылға исеменән түбәндәге объекттар атамаһы барлыҡҡа килгән: Чалтырь ауылы, Мокрый Чалтырь ауылы, Мокрый Чалтырь станцияһы.
Ағым
үҙгәртергәЙылға башы Тоҙло (Тузлов) йылғаһы һыу айырғысында Ростов өлкәһенең Карпо-Николаевка ауылынан (Мясников районы) көньяҡ-көнсығышында тора. Тәүҙә йылға көньяҡ-көнбайышҡа табан аға, аҙаҡ көньяҡ көньяҡ-көнсығышҡа борола һәм үҙенә эсенә Икенсе йырын (балка) һәм Беренсе йырын (балка) йылғаларының һыуын ҡуша. Шунан ул көньяҡҡа табан йүнәлә һәм көнбайышҡа табан әҙ генә тайпылыш менән аға. Ҡырым ауылы янында үҙенә ҙур ҡушылдыҡты — Хавала (Озан, башында Логово Волчье) йылғаһын ҡабул итә.. Һуңынан Чалтырь ауылы аша үтә. Йылғаны Чалтыр ауылынан һуң «Дондағы Ростов — Мариуполь» М23 трассаһы киҫеп үтә. Йылға тамағы алдында ул Дондағы Ростов — Таганрог тимер юлы менән киҫешә. Мертвый Донец йылғаһына уң яҡтан, ауылдан көньяҡта ятҡан Еүеш Чалтырь ауылы янында ҡоя..[4]
Тарих
үҙгәртергәЙылғаның үрге ағымында боронғо ауыл табылған. Яҡынса 250 м² майҙанда тәрәнлеге яҡынса өс метрға тиң боронғо өс землянка емерек ҡалдыҡтары урынлашҡан . Ауылдың яҡынса йәше — яҡынса 3,5 мең йыл.[5]
Һыу режимы
үҙгәртергәЙылға даими рәүештә ер аҫтынан сығып торған ҙур йырындан ғибәрәт, ул шишмә һыуҙары менән туҡлана.
Бассейны
үҙгәртергәЕүеш (Мокрый) Чалтырь Төньяҡ ярым шарҙың типик йылғаһы— уң яҡ яры бейек, һул яры һөҙәк, шулай уҡ бассейндың һул өлөшө нығыраҡ үҫешкән. Йылға бассейны тотошлай Ростов өлкәһе Мясников районы территорияһында урынлашҡан. Йылға бассейны территорияһында дүрт тораҡ пункт бар: Ҡырым, Мокрый Чалтырь, Солтан-Салыу, Чалтырь (уларҙың барыһы ла ауылдар). Шулай уҡ йылға бассейнында (йылға һәм уның ҡушылдыҡтарында) быуа төҙөлгән.
- Мокрый Чалтырь
- Вторая йырыны— (һул)
- Первая йырыны— (һул
- . Банта-Бур йырыны— (уң)
- Хавалы — (һул ҡушылдыҡ)
Тораҡ пункттар
үҙгәртергә- с Ҡырым
- с. Чалтырь
- с. Мокрый Чалтырь
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ростов өлкәһе йылғалары
Әҙәбиәт
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ По данным карт Google
- ↑ Нижний Дон — атлас для рыболовов и охотников, 11 ВКЧ, Ростов-на-Дону, 2005 год
- ↑ Карта Мясниковского района и сёл Чалтырь и Крым, 11 ВКЧ, Ростов-на-Дону, 2010 год
- ↑ По данным Яндекс-Карт
- ↑ По следам древних вегетарианцев 2012 йыл 9 сентябрь архивланған.