Еремеев Иннокентий Иванович
Еремеев Иннокентий Иванович (27 февраль 1878 йыл — 12 ноябрь 1925 йыл) — Рәсәй империяһының хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Хабаровск (1906—1914) һәм Владивосток ҡалаларының башлығы (1920—1922).
Еремеев Иннокентий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 27 февраль (11 март) 1869 |
Тыуған урыны | Киевская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 12 ноябрь 1925 (56 йәш) |
Вафат булған урыны | Харбин[d], Особый район Восточных провинций[d], Бэйянское правительство[d] |
Ерләнгән урыны | Харбин[d] |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Уҡыу йорто | Александровское военное училище[d] |
Хәрби звание | полковник[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәИннокентий Еремеев Иванович Рәсәй империяһы Киев губернаһында 1869 йылдың 27 февралендә тыуған. Александровский хәрби училищеһын тамамлаған, Артабан тәүҙә Иркутскиҙа, ә 1896 йылда — Приамурье хәрби округында хеҙмәт итә. Полковник дәрәжәһенә тиклем етә. Отставкаға сыҡҡас эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, Хабаровскиҙа эзбиз һәм һабын заводы хужаһы була.
1906 йылдың 2 октябрендә полковник Еремеев Хабаровск ҡалаһының башлығы итеп һайлап ҡуйыла, 1910 йылда ул икенсе срокка һайлана. Ҡала башлығы вазифаһын башҡарған сағында Хабаровскиҙы төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә — ул ваҡытта Хабаровскиҙа һыу үткәргес һәм электр үткәрелә, урамдарға таш түшәй башлайҙар , ҡала училищеһы, йәмәғәт баҡсаһы, кинотеатр асыла. 1913 йылда Г. И. Невельсийҙың тыуыуына 100 йыл тулған айҡанлы һыу күтәреү насосынан алып Муравьев ҡаяһына тиклемге яр буйы һыҙығы төҙөкләндерелә — яр буйы адмирал Невельскийҙың исемен йөрөткән була. Ул хәҙер ҙә Невельский исемен йөрөтә. Ҡала башлығы шулай уҡ журналистика менән мауыға, гәзит нәшер итеүсе һәм «Известия Хабаровского городского самоуправления» гәзитенең мөхәррире була. 1914 йылда ул ҡала башлығы вазифаһын ҡалдыра, ҡала башлығы булып А. В. Плюснин ҡала.
Февраль революцияһынан һуң И. И. Еремеев Владивостокка күсеп китә, шулай уҡ бында ҡала үҙидара һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай. Владивосток «Партияһыҙ-демократик блок» ойошмаһынан Владивосток ҡала идаралығына гласный итеп һайлана һәм "Чуркооператив"тың етәксеһе була. 1919 йылда Колчак хөкүмәтенең Юғары вәкәләтле кәнсәләрендә эшләй, Владивосток ҡалаһы башлығының урынбаҫары була.
1920 йылдың мартында Ҡала думаһы тарафынан Владивосток ҡалаһының башлығы вазифаһында раҫлана. Был вазифала 1922 йылдың июненә тиклем тора һәм, ҡала менән етәкселек итеүҙе А. И. Лякерға тапшырып, сигенгән Аҡ армия частары менән Владивостокты ташлап китә.
Тормошоноң һуңғы йылдарында Харбин ҡалаһында эмиграцияла йәшәй. 1925 йылдың 12 ноябрендә вафат була