Ерекле ГЭС-ы — Ырымбур өлкәһе Яйыҡ йылғаһындағы гидроэлектростанция, Ерекле ауылы янында урынлашҡан. Уралдағы иң ҙур гидроэлектростанция. Ерекле ГЭС-ы — Ерекле ГРЭС-ы берҙәм етештереү комплексының бер өлөшө.

Ерекле ГЭС-ы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Яйыҡ
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Яйыҡ
Хужаһы Интер РАО
Выходная мощность 22,5 мегаватт
Карта

Тарихы үҙгәртергә

1932 йылда уҡ Яйыҡ йылғаһын комплекслы файҙаланыу мөмкинлектәре буйынса эҙләнеүҙәр үткәрелә һәм ГЭС төҙөү билдәләнә. Станция төҙөлөшө СССР Совнаркомы эргәһендәге Иҡтисади совет тарафынан «Донбасс һәм Яйыҡ йылғаларында гидроэлектростанциялар төҙөү, шулай уҡ Донбасс һәм Яйыҡ сәнәғәт райондарын тәьмин итеү өсөн һыуһаҡлағыстар төҙөү тураһында» ҡарар менән раҫланған. Ерекле ГЭС-ының проектын 1941 йылда МосГИДЭП эшләгән, техник проект иһә — 1947 йылда (1952 йылда ғына раҫланған)[1]

1941 йылда Ерекле ГЭС-ын төҙөү буйынса әҙерлек эштәре башлана, ләкин һуғыш башланыу менән туҡтатыла, һәм 1943 йылда яңынан тергеҙелә. 1957 йылда һыуһаҡлағыс төҙөлөп бөтә, һәм һыу тултырыу башлана. Ерекле һыуһаҡлағысы тәүге тапҡыр 1966 йылда НПУ (рус. нормальный подпорный уровень) кимәленә еткереп тултырыла[1].

2020 йылда станция ҡеүәте 30 МВт-на 22,5 МВт-ға тиклем кәмей, сөнки 2-се һанлы гидроагрегат файҙаланыуҙан сығарыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Дворецкая М.И., Жданова А.П., Лушников О.Г., Слива И.В. Возобновляемая энергия. Гидроэлектростанции России. — СПб.: Издательство Санкт-Петербургского политехнического университета Петра Великого, 2018. — 224 с. — ISBN 978-5-7422-6139-1.
  • Слива И.В. История гидроэнергетики России. — М.: Филиал ОАО «РусГидро» — «КорУнГ», 2014. — 304 с.
  • Гидроэлектростанции России. — М.: Типография Института Гидропроект, 1998. — 467 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә