Ереклекүл (Ишембай районы)

Ишембай районы Алаҡай ауылы янындағы күл

Ереклекүл — Ағиҙел йылғаһы үҙәнендәге йылға. Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Алаҡай ауылынан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Атамаһы «ерек» (ағас, ольха) һәм «күл» һүҙҙәренән алынған.

Ереклекүл
Дәүләт  Рәсәй

Ереклекүл Ишембай районы Алаҡай ауылынаннан бер километр алыҫлыҡта көньяҡ-көнбайыштараҡ Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Оҙонлоғо 500 м, киңлеге 50 метр самаһы. Күлдең соҡоро дуғаға оҡшап тора. Ямғыр һыуы иҫәбенә ҡоромай, яҙғы ташҡын ваҡытында Ағиҙел йылғаһы менән тоташа. Ярҙарында күл ҡамышы, күрән һәм башҡа үҫемлектәр үҫә[1]. Күлде күсмә ҡоштар яҙын- көҙөн төйәкләй. 1970-се йылдарҙағы мелиорация эштәре үткәрелгәнсе тирә-яғында емеш-еләк, төрлө ҡыуаҡтар — муйыл, гөлйемеш, балан үҫкән.

Ағиҙел йылғаһының боронғо үҙәндәренең береһе. Ишембай менән Салауат ҡалалары араһындағы күл

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. http://уфаботсад.рф/wp-content/uploads/2015/03/Rastitel-nost-Salavata.-I.-Vy-sshaya-vodnaya-rastitel-nost-klassy-Lemnetea-i-Potametea.pdf
  2. https://ru.wikipedia.org/wiki/Ишимбайская_энциклопедия