Енес генетикаһы
Енес генетикаһы — генетика фәненең бер бүлеге. Енестәр айырмаһының генетик нигеҙҙәрен, енес билдәләренең нәҫелдән тапшырылыу законлылыҡтарын өйрәнә.
Үҫеш кисергән организмдың енесен ниндәй сәбәптәр билдәләй һуң?
Ниңә күпселек төрҙәрҙә организмдарҙың (шул иҫәптән кешенең дә) енестәр нисбәте ғәҙәттә 1:1 тәшкил итә? Үҙенең теоретик һәм практик әһәмиәтенән сығып, был һорау кешене күптән ҡыҙыҡһындырған. Һәр төрҙө, һәр айырым организмды ҡылыҡһырлаусы, уны таныулы иткән билдәләре һәм үҙсәнлектәре бар. Организдың билдәләре һәм үҙсәнлектәре тейешле гендарҙың тәьҫире аҫтында индивидуаль үҫеш барышында формалаша. Енес өсөн дә яуаплы булған, енес билдәләренең формалашыуы өсөн дә яуаплы гендар бар.
Енес хромосомалары
үҙгәртергәАйырым енесле организмдарҙың күбеһендә ата һәм инә заттарҙың хромосомалар йыйылмаһы бер үк түгел. Дрозофила хромосомалары йыйылмаһында хромосомаларҙың өс пары буйынса ата һәм инә заттар бер-береһенән айырылмай. Ә бер пар буйынса ярайһы уҡ ҙур айырма күҙәтелә. Инә заттың ике бер иш (парлы) таяҡса рәүешендәге хромосомаһы бар.
Ата заттың ундай хромосомаһы тик берәү генә, икенсе парын үҙенсәлекле — ике яурынлы хромосома төҙөй. Ата һәм инә заттарҙағы айырма булмаған хромосомаларҙы аутосомалар тип атайҙар.
Ата һәм инә заттарҙы айырып торған хромосомаларҙы енес хромосомалары тип атайҙар. Шулай итеп, дрозофиланың хромосомалар йыйылмаһы алты аутосоманан һәм ике енес хромосомаһынан тора.
Ата затта һыңар, ә инә затта икеләтә һандағы таяҡса һымаҡ енес хромосоманы Х- хромосома тип атайҙар. Ә икенсе енес хромосомаһын (ата заттағы ике яурынлы хромосома, инә затта ул юҡ) — У- хромосома тип йөрөтәләр.
Шулай итеп, енес буйынса дрозофиланың кариотибы:♀ инә заттыҡы — 2n+ ХХ, йәғни 6 + ХХ һәм
♂ ата заттыҡы — 2n+ ХУ, йәғни 6+ХУ
Үрсеү процесында ата һәм инә хромосомалар йыйылмаһындағы енес айырмалыҡтары нисек һаҡлана? Был һорауға яуап бирер өсөн аталанған саҡта һәм мейозда хромосомаларҙың үҙен нисек тотоуын асыҡларға кәрәк.
Инә заттың енес күҙәнәктәре өлгөргән саҡта һәр инә күҙәнәктә мейоз һөҙөмтәһендә дүрт хромосоманың гаплоид йыйылмаһы килеп сыға: өс аутосома һәм Х-хромосома.
Ата заттарҙа сперматозоидтарҙың ике төрө барлыҡҡа килә. Берәүҙәре өс аутосома һәм Х-хромосомалы, икенселәре — өс аутосома һәм У-хромосомалы була.
Аталанған саҡта ике комбинацияның булыуы мөмкин. Инә күҙәнәк тип-тигеҙ йә Х-, йә У- хромосомалы спермий менән аталан ыуы ихтимал. Беренсе осраҡта аталанған инә күҙәнәктән инә зат, икенсе осраҡта — ата зат үҫешә. Организмдың енесе аталанған саҡта билдәләнә һәм ул зиготаның хромосома йыйылмаһына бәйле була
РР: ♀ 6 + ХХ × ♂ 6+ХУ
гаметалар: ♀(3+Х) ♂ (3+Х), (3+У)
F(Яңы быуын): (3 + Х) +(3+Х) = 6 + ХХ ♀; (3+Х) +(3+У) = 6+ХУ ♂, йәғни енестәр нисбәте: 1:1
Кешенең енесе
үҙгәртергәКеше хромосомаларының диплоид һаны — 46. Был һанға 22 пар аутосомалар һәм 2 енес хромосомаһы инә.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙа Х-хромосомалар икәү, ирҙәрҙә — бер Х- һәм бер У-хромосома. Шуға ярашлы ирҙәрҙә сперматозоидтарҙың ике төрө — Х- һәм У-хромосомалар менән барлыҡҡа килә.
Ҡайһы бер айырым енесле организмдарҙың (мәҫәлән, бөжәктәрҙең) У-хромосомаһы бөтөнләй юҡ. Был осраҡта ата затта бер хромосомаға кәмерәк: Х- һәм У-хромосома урынына унда тик Х-хромосома ғына бар. Был саҡта мейоз процесында ир гаметалары барлыҡҡа килгәндә, конъюгация өсөн Х-хромосомаға партнер булмай һәм ул башҡа күҙәнәктәрҙең береһенә китә.
һөҙөмтәлә бөтә булған сперматозоидтарҙың яртыһының Х-хромосомаһы була, ә икенсе яртыһының — булмай. Йомортҡа Х-хромосомалы спермий менән аталанғанда, ике Х-хромосомалы комплекс барлыҡҡа килә. Ундай йомортҡанан инә зат үҫешә.
Әгәр инә күҙәнәк (түл) Х-хромосомаһыҙ спермий менән аталанһа, бер Х-хромосомалы (инә заттың түленән алынған) организм ата зат үҫешеп китә.
Беҙ үрҙә ҡараған бөтә миҫалдарҙа ике төрлө спермий үҫешә:
йә Х-һәм йә У-хромосомалар менән (дрозофила, кеше), йә спермийҙарҙың яртыһы —Х-хромосомалы, ә икенсе яртыһы енес хромосомаһынан бөтөнләй мәхрүм ителгән.
Енес хромосомалары йәһәтенән инә күҙәнәктәр бөтәһе лә бер тигеҙ. Бөтә булған осраҡтарҙа ла беҙ ата гетерогаметалылыҡ (төрлө гаметалылыҡ) менән эш итәбеҙ.
Инә енесе гомогаметалы (бер иш гаметалы).
Шуның менән бергә тәбиғәттә енес билдәләүҙең икенсе тибы ла осрай. Ул инә гетерогаметалылыҡ менән характерлана. Бында әле яңы ғына ҡарап үткән мөнәсәбәттең киреһе күҙәтелә.
Инә енескә төрлө енес хромосомалары(Х, У) йәки тик бер генә Х-хромосома (Х+О) хас. Ир енесе бер иш Х-хромосомалары парына эйә. Был осраҡта инә гетерогаметалылыҡ урын аласағы ап-асыҡ. Мейоздан һуң ике төр инә күҙәнәк барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта бөтә спермийҙар хромосомалар комплексы йәһәтенән бер иштәр (бөтәһе лә бер Х-хромосома йөрөтә). Тимәк, толҡаттың енесе йомортҡаның ниндәй: Х-йәки У-хромосомалыһымы — аталанған булыуы менән билдәләнә.
Ҡайһы бер бөжәктәрҙә, мәҫәлән күбәләктәрҙә, инә гетерогаметалылыҡ күҙәтелә. Умыртҡалы хайуандар араһында ул ҡоштарға һәм һөйрәлеүселәргә хас.
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
- Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
- Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
- А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.