Елмерҙәк (һырт)
Елмерҙәк — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы тау һырты. Белорет районы буйлап Егәҙе йылғаһы тамағы киңлегенән Инйәр йылғаһына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Елмерҙәк | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 75 км |
Киңлеге | 10 km |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 921 м |
Урынлашыуы | |
54°30′35″ с. ш. 58°54′43″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Оҙонлоғо 70 км, киңлеге 4—9 км, абсолют бейеклеге 909 м.
Рельефында һөҙәк биләндәр м‑н айырылған ҡаялы һәм тигеҙ түбәләр өҫтөнлөк итә. Аркоз һәм кварцлы ҡомташтарҙан, елмәрҙәк свитаһы гравелитынан, әүжән свитаһы эзбизташынан, доломитынан һәм полимикт ҡомташынан, вендтың әшә серияһына ҡараған ҡомташтан һәм алевролиттан тора.
Тау битләүҙәре ҡайын, йүкә ҡатыш киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урман м‑н ҡапланған. 600 м бейегерәк өлөшөн шыршы, ҡарағай ҡатыш киң япраҡлы кәкре урман биләй, түбәләрендә ҡоро тау болондары осрай. Тау араһы уйһыулыҡтары һаҙланған торфлы болондарҙан тора.
Топонимика
үҙгәртергәЗильмердак с башкирского — останавливающий ветер. По другой версии, ел — «ветер», бар — «есть», ҙәк — «гора»[1]. Шулай уҡ урындағы халыҡ фаразы буйынса, "елберҙәк" - "елберҙәү" тигән һүҙҙән килеп сығыуы ла ихтимал, сөнки һырт япраҡлы ағастар менән ҡапланған һәм, елдәр йыш булыу сәбәпле, ағастар сайҡалып торған (Р.Б. Ғәйнетдиновтан яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова яҙып алған)
Әҙәбиәттә
үҙгәртергәЯҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың "Күсле ил - көслө ил" тигән китабында Елмерҙәк һырты тураһында ошондай юлдар бар:
Аҫҡын баҙары тигәне - әлеңге Архангел районы үҙәгендәге баҙар. Белорет районының Инйәр ҡасабаһына терәлеп ятҡан Уҫманғәле ауылынан нисәмә саҡрымға һуҙылған Елмерҙәк аша өймәкәй тейәлгән ҡул санаһы менән ҡар кисә-кисә төшөп ҡара әле! Бөгәсә төҙөк, таҙартылып торған шул трассала машиналы килеш ни рәүешле аҙапланалар - мәкерле боролоштарын, текәлеген ҡәһәрләй-ҡәһәрләй, шоферҙар «Тещин язык» тип атама биргәндәр хатта [2]
.
Видео
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Краткая географическая энциклопедия. Том 2/Гл.ред. Григорьев А. А. М.: Советская энциклопедия — 1961, 592 с. с илл. и карт., 27 л. карт. и илл., 1 л. отд. карты
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- http://uraltourist.ru/2012/07/gornaya-chast-yuzhnogo-urala-mezhdu-uchastkami/ 2013 йыл 24 декабрь архивланған.
- Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка) (баш.)