Елмерҙәк бөгөлө (урыҫса рәсми булмаған атамаһы - Тещин язык) — Белорет районының Елмерҙәк һыртындағы иң хәтәр бөгөл, серпантин.

Автомобиль юлы
Елмерҙәк бөгөлө
Ил

Башҡортостан Башҡортостан

Төбәк

Белорет районы, Елмерҙәк һырты

Башы

Белорет

Аша үтә

Инйәр

Аҙағы

Өфө

Юл ҡаплауы

асфальт

Атаманың килеп сығышы

үҙгәртергә
 
Елмерҙәк бөгөлөнөң иң ҡырҡа боролошонда хәҙер ҡояш һәм ел энергияһын файҙаланып, күҙәтеү мөмкинлеге булдырылған

Елмерҙәк атамаһының килеп сығышы төрлөсә аңлатыла. Шул төбәктә йәшәгән халыҡ уны елберҙәк тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип тә аңлата. Һырттағы ел йыш ҡына ағастарҙы сайҡалып торорға, япраҡтарын елберләргә мәжбүр итә, атама шуға бәйле тип һанайҙар. Белорет-Инйәр-Өфө автомобиль юлы һалынған саҡта һырттан битләүгә ҡырҡа боролош яһап, юл һалырға тура килә. Шул урынды серпантин, йәғни, башҡортса "бөгөл" тип атайҙар.[1]

Географик урыны

үҙгәртергә

Елмерҙәк бөгөлөндәге серпантин Белорет районының Ҡолмас һәм Уҫманғәле ауылдары араһындағы киҫемдә урынлашҡан.

Был урын юл-транспорт фажиғәләре йыш булыуы менән насар дан сығарған. Урыҫса уны шуға "Тещин язык" тип тә атайҙар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С.68.