Нестерова Елена Васильевна

(Елена Васильевна Нестерова битенән йүнәлтелде)

Нестерова Елена Васильевна (13 июнь 1938 йыл — 14 август 1986 йыл) — СССР шағиры. 1964 йылдан КПСС, 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены (1976).

Елена Нестерова
Исеме:

Нестерова Елена Васильевна

Тыуған көнө:

13 июнь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Дондағы Ростов ҡалаһы

Вафат булған көнө:

14 август 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (48 йәш)

Вафат булған урыны:

СССР, РСФСР, Дондағы Ростов

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шиғриәт

Ижад йылдары:

19601986

Жанр:

шиғыр, поэма

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Дебют:

«Вёсла» шиғырҙар китабы(1964)

Наградалары:

«Почёт Билдәһе» ордены  — 1976

Биографияһы

үҙгәртергә

Еле́на Васи́льевна Не́стерова Дондағы Ростовта 1938 йылдың 13 июнендә тыуған.

1955 йылда урта белем алғас, Ленинград мәҙәниәт институтына уҡырға инә һәм уны 1959 йылда уңышлы тамамлай. Артабан К. Маркс исемендәге Ростов өлкә ғилми китапханаһында методист булып эшләй.

Шиғырҙар яҙа башлай һәм 1960 йылда уларҙы «Дон» журналында баҫтыра. Ростов нәшриәтендә уның «Вёсла» тигән беренсе шиғырҙар китабы нәшер ителә.

1964 йылда Нестерова Советтар Союзы Коммунистар партияһы[1] сафына инә.

Тормош тәжрибәһен туплар өсөн Нестерова «Иван Франко» теплоходы экипажына эшкә килә һәм алыҫ илдәргә барған рейстарҙа ҡатнаша. Ростов шағиры Николай Скрёбов әйтеүенсә, был сәйәхәттәрҙә романтикаға ҡарағанда ауыр эш күберәк була.

Тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡас, Нестерова яңынан өлкә китапханаһына методист булып урынлаша, унда төрлө вазифаларҙы башҡара, хатта бер аҙ ваҡыт Ростов мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡытыусы булып эшләй.

Ошо ваҡыт араһында Елена Нестерова шиғырҙар яҙа, уларҙы коллектив йыйынтыҡтарҙа һәм «Огонёк», «Юность», «Москва», «Смена», «Советская женщина», «Дон» журналдарында баҫтыра. Уның икенсе «Второе слово» шиғырҙар китабы бары тик 1975 йылда ғына баҫылып сыға. Ошо китабы өсөн 1976 йылда Нестерованы СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр.

1979 йылда Нестерова «Дон» өлкә йәштәр әҙәби ижад берләшмәһенең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ул бик күп дон шағирҙарына әҙәбиәткә килеүҙә ярҙам итә. Был берләшмәлә Георгий Булатов, Геннадий Жуков, Игорь Бондаревский, Виталий Калашников, Александр Брунько кеүек шағирҙар була. Шағирә шулай уҡ «Танаис» музей-ҡурсаулығы директоры В. Ф Чеснок ярҙамында ойошторолған, хәҙер ҙә йыл һайын үткәрелә торған «Пушкин и древности» байрамының алып барыусыһы була.

Был ваҡытта Ростов нәшриәте уның «Апрельская буря» китабын 1979 һәм 1982 йылдарҙа баҫып сығара, ә Мәскәүҙең «Современник» нәшриәте «След волны» (1984) шиғырҙар йыйынтығын нәшер итә.

Нестерова шиғырҙарының төп темаһы — хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙының эске донъяһы. Шағирә шулай уҡ Атоммаш тураһында байтаҡ шиғырҙар һәм «Алёна Арзамасская» поэмаһын яҙа.

1986 йылда «Монолог женщины» йыйынтығын нәшер итергә әҙерләгән саҡта Нестерова менән мөхәррир араһында конфликт барлыҡҡа килә. Ростов шағирҙары Николай Скрёбов[2] һәм Любовь Волошинова[3] әйтеүенсә, был конфликтты шағир ныҡ ауыр кисерә. 1986 йылдың 14 авгусында Елена Васильевна Нестерова асыҡланмаған шарттарҙа трагик рәүештә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976)

Иҫтәлеген мәңгеләштереү

үҙгәртергә
  • 2008 йылда Дондағы Ростовта «Странник» нәшриәтендә шағирәнең 70-йыллығына бағышланған «Венок Елене» шиғырҙар йыйынтығы сығарыла. Был китапҡа Нестерованың быға тиклем баҫылмаған шиғырҙары һәм уның дуҫтары һәм уҡыусылары яҙған иҫтәлектәр, уға арналып яҙылған шиғырҙар ингән.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Весла. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1964. — 47 с. — 3000 экз.
  • Стихи. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1968. — 23 с. — (Поэзия Дона). — 3000 экз.
  • Второе слово. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1975. — 39 с. — 5500 экз.
  • Апрельская буря: Лирика. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1979. — 109 с. — 5000 экз.
  • Рассветные окна: Стихи и поэма «Алёна Арзамасская». — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1982. — 79 с. — 5000 экз.
  • След волны. — М.: Современник, 1983. — 78 с. — (Новинки «Современника»). — 10 000 экз.
  • Монолог женщины. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1987. — 190 с. — 5000 экз.
  • До последнего вздоха. — Ростов-на-Дону: Кн. изд-во, 1992.
  • Книга: Писатели Дона 1986|страницы=226—231

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Книга: Писатели Дона 1986|страницы=226
  2. Скрёбов Н. М. Молчаливая песня // Венок Елене. — С. 47—48.
  3. Волошинова Л. Ф. Вспоминаю Елену Васильевну… // Венок Елене. — С. 57—58.

Һылтанмалар

үҙгәртергә