Егәлге милли паркы

Егәлге милли паркы (рус. Национальный парк «Зигальга») — Силәбе өлкәһендәге милли парк.

Егәлге
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны45 661,6 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты18 ноябрь 2019 йыл 
Урынлашыуы
54°36′ с. ш. 58°36′ в. д.HGЯO
РФ субъектыСиләбе өлкәһе

zigalga.org
Рәсәй
Точка
Егәлге
 Егәлге милли паркы Викимилектә

2019 йылдың 18 ноябрендә «Экология» милли проекты сиктәрендә булдырыла[1][2]. Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск районы муниципаль районы территорияһында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 45 661,6 гектар[3].

Милли паркты ойоштороуҙың маҡсаты — Йүрүҙән һәм Ҡотҡор йылғалары бассейндарында Көньяҡ Уралдың таулы массивтарындағы уникаль урман һәм тундра экосистемаларын һаҡлау. Бында өс йылға һәм 40-тан ашыу шишмә, паркта бер нисә һаҙлыҡ бар.

Флора һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Паркта 500-гә яҡын төр көпшәле үҫемлек иҫәпләнә[4].

Милли парк фаунаһындаа һөтимәрҙәрҙең 55, ҡоштарҙың 159, ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәрҙең 13, балыҡтарҙың 17 төрө иҫәпләнә[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Зигальга - История создания. zigalga.org. Дата обращения: 1 февраль 2022. Архивировано 1 февраль 2022 года.
  2. Постановление Правительства Российской Федерации от 18.11.2019 № 1465 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 1 февраль 2022. Архивировано 1 февраль 2022 года.
  3. Принято решение о создании национального парка «Зигальгá» (Челябинская область). government.ru. Дата обращения: 1 февраль 2022. Архивировано 28 июнь 2020 года.
  4. Зигальга - Природные объекты. zigalga.org. Дата обращения: 1 февраль 2022. Архивировано 1 февраль 2022 года.
  5. «Зигальга»: дикий, дикий запад. За год национальный парк посетили тысячи новых туристов. www.up74.ru. Дата обращения: 1 февраль 2022. Архивировано 2 февраль 2022 года.