European Article Number

тауар һәм етештереүсе идентификаторын кодлау өсөн Европала ҡабул ителгән штрих-кодтар стандарты
(Европейский номер товара битенән йүнәлтелде)

European Article Number, EAN (тауарҙың Европа номеры) —  стандарт штрих-кодтың Европа стандарты, тауар һәм етештереүсе идентификаторын кодлау өсөн тәғәйенләнә. Американың UPC стандартының өҫкүмәклеге булып тора. 

Стандартлаштырыу

үҙгәртергә

EAN  кодтарын стандартлаштырыу һәм теркәү менән Европаның EAN  ассоциацияһы шөғөлләнә, ул АҠШ-тың  UCC (Uniform Code Council, Inc.)  һәм Канаданың ЕССС  (Electronic Commerce Council of Canada) ойошмалары эшләгән стандарттарҙы дауам итеп үҫтерә. 2005 йылда был ойошмалар берләшә һәм стандартлаштырыу буйынса глобаль «GS1» ойошмаһын хасил итә. «Рәсәйҙәге GS1 милли ойошмаһы» был ойошманың Рәсәй Федерацияһындағы вәкиле булып тора. 

Был стандарт бөтә илдәр өсөн универсаль һанала, ә Америка һәм Канада милли ойошмалары үҙ илдәрендәге бөтә сауҙа компанияларына иҫкергән UPC ҡоролмаларын һәм программаларын яңыға алмаштырырға тәҡдим итә. 

Кодтың төрҙәре:

  • EAN-8 (ҡыҫҡартылған) — 8 һан кодлана.
  • EAN-13 (тулы) — 13 һан кодлана.
  • EAN-128 — регламентланған төркөмдәргә берләшкән теләһә күпме хәреф һәм һан кодлана. 

EAN-8 һәм EAN-13 кодтары тик һандарҙан тора. Мәҫәлән: 2400000032632. EAN-128 коды менән Code-128 алфавиты буйынса теләһә ниндәй һандағы хәрефтәр һәм һандар кодлана. Мәҫәлән: (00)353912345678(01)053987(15)051230, бында (15) төркөмө  2005 йылдың 30 декабре тигән яраҡлылыҡ мөҙҙәтен белдерә.

Эшләү тарихы һәм UPC-тан айырмаһы

үҙгәртергә

Тәүҙә штрих менән кодлауҙың  Universal Product Code (UPC) тигән  Америка  системаһы эшләнә.  

Ул супермаркеттарҙа киң таралыу таба, шунлыҡтан европалылар ҙа уны индереү тураһында уйлаша башлай. Ике мәсьәләне хәл итергә кәрәк була: етештереүселәр үҙҙәренең тауарына код ҡуйһын өсөн уларҙы американ кодтарынан айырылып торған кодтар менән тәьмин итергә һәм магазиндарға Америка кодтарын да, Европа кодтарын да уҡыу мөмкинлеген бирергә, өҫтәүенә, тауар ҡабында ике  түгел, ә бер дөйөм код тороуы мөһим. Американың 12 урынлы кодына бер һан өҫтәп, 13 урынлы код ҡулланырға хәл ителә.

Американдарға һәм канадалыларға 0 һаны тәҡдим ителә.  


EAN-13 кодының эске төҙөлөшө

үҙгәртергә

Был кодтарҙың эске айырмаһы  ун өсөнсө һанды хисаплап сығарыу  механизмына бәйле. 

 
EAN-13 кодлауы
 
L-һан кодлауы
 
G-һан кодлауы
 
R-һан кодлауы
EAN-13 кодының төҙөлөшө
Беренсе һан 6 һанлы беренсе (һул)

төркөм 

6 һанлы икенсе (уң)

төркөм

0 LLLLLL RRRRRR
1 LLGLGG RRRRRR
2 LLGGLG RRRRRR
3 LLGGGL RRRRRR
4 LGLLGG RRRRRR
5 LGGLLG RRRRRR
6 LGGGLL RRRRRR
7 LGLGLG RRRRRR
8 LGLGGL RRRRRR
9 LGGLGL RRRRRR
EAN-8 кодының төҙөлөшө
4 һанлы беренсе

(һул) төркөм

4 һанлы икенсе

 (уң) төркөм

LLLL RRRR

Беренсе һан (иллюстрацияла — 5 һаны) өҫтәмә штрихтар менән түгел, ә штрих-кодтың һул яртыһын кодлау ысулы менән кодлаштырыла (10 төрлө була ала). Таблицанан күренеүенсә, беренсе һанды кодлау өсөн штрихтарҙың башҡасараҡ һыҙылышы файҙаланыла, ул  L хәрефтәре һәм  G хәрефтәре менән билдәләнгән. Был кодтарҙың сиратлашыу үҙенсәлеге сканерға логика кимәлендә  13 һанды табырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, «1» һаны өсөн  G-код — өсөнсө, бишенсе һәм алтынсы һандарҙа, йәғни һул өлөштөң G-коды ошо тәртиптә урынлашҡан булһа, сканер компьютерға беренсе һан тип «1» һанын тапшыра. «2» һаны өсөн G-код — өсөнсө, дүртенсе һәм алтынсы һандарҙа, шуға ярашлы, сканер компьютерға «2» һанын сығара. Башҡа һандарға ҡарата был  логика таблицала күрһәтелгән.

Һандарҙы кодлау
һан L-код R-код G-код
0 0001101 1110010 0100111
1 0011001 1100110 0110011
2 0010011 1101100 0011011
3 0111101 1000010 0100001
4 0100011 1011100 0011101
5 0110001 1001110 0111001
6 0101111 1010000 0000101
7 0111011 1000100 0010001
8 0110111 1001000 0001001
9 0001011 1110100 0010111

L-кодтың, R-кодтың һәм G-кодтың график айырмалары түбәндәгенән ғибәрәт. Һәр һан өсөн был — аҡ-ҡара штрихтарҙың бер үк комбинацияһы, L-код R-кодтан тик фото негативындағы кеүек башҡарылыш менән генә айырыла,  ә G-код  R-кодтан реверслы (көҙгөләге сағылыш кеүек) башҡарылышы менән айырыла.

0 һаны өсөн кодта һул өлөштәге алты һандың береһенең дә көҙгө-негатив әүерелеше юҡ, йәғни бөтә штрихтар ҙа UPC-тағы кеүек L-код менән кодлана. EAN-сканер, G-кодлы штрихтары булмаған кодты осратһа, компьютерға беренсе итеп 0 һанын сығара. Ошо уҡ кодты хәҙер һирәк ҡулланыла торған UPC штрих-код сканеры уҡыһа, ул уны UPC өсөн үҙ коды тип күрәсәк. Ә UPC сканеры G-кодлы штрихлауға тап булһа, ул уны уҡый алмаясаҡ һәм йә хата тип баһалаясаҡ, йә бөтөнләй күрмәйенсә компьютерға бер ниндәй код та сығармаясаҡ.  «Аҫтан-өҫкә» тулы ярашлылыҡ ошоноң менән тәьмин ителә лә инде.

Шулай итеп, «Америка» кодтарының «Европа» сканерҙарында уҡылыу мөмкинлеге тулыһынса тәьмин ителә, ә киреһе — юҡ.  EAN-13 коды менән уның 13-сө һаны кодтың һул өлөшөндәге штрихтар сиратлашыуының негативлы-көҙгөлө  «уйыны» аша формалаша, ошо арҡала «Американың»  UPC сканеры Европа кодын уҡый алмай, ләкин кодтарҙың бер-береһенә максималь оҡшашлығы тәьмин ителә. Ваҡыт үтеү менән АҠШ-та һәм Канадала сканерҙарҙың ул тибы магазиндарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм  EAN-13 кодировкаһын уҡый торғандары ҡуйыла. Шулай итеп, башҡа илдәрҙең тауарҙарын һатыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. 

Штрих-кодты визуаль сисеү

үҙгәртергә

Ҡара һәм аҡ штрихтарҙың киңлеген күҙ менән айырырға (ҡара һыҙыҡтарҙың киңлеге 1, 2, 3, 4 шартлы берәмек һәм һыҙыҡтар араһындағы бушлыҡтар 1, 2, 3, 4 шартлы берәмек тәшкил итә) түбәндәге таблица ярҙам итер:

Һандарҙы кодлау
Штрихтар Һан
1-1-1-4 6
1-1-2-3 0*
1-1-3-2 4
1-1-4-1 3*
1-2-1-3 8
1-2-2-2 1*
1-2-3-1 5
1-3-1-2 7
1-3-2-1 5*
1-4-1-1 3
2-1-1-3 9*
2-1-2-2 2
2-1-3-1 7*
2-2-1-2 2*
2-2-2-1 1
2-3-1-1 4*
3-1-1-2 9
3-1-2-1 8*
3-2-1-1 0
4-1-1-1 6*

Штрихтар киңлеге арта барыу тәртибендә теҙелгән. Йондоҙло һандар кодлаштырыуҙың  L-G схемаһына ишаралай, йәғни йондоҙҙар иң беренсе (13-сө) һанды асыҡлау өсөн кәрәк. Геометрик йәһәттән ҡара һыҙыҡтың киңлеге (буш араның киңлеге менән сағыштырғанда) бер берәмеккә киңерәк булырға мөмкин, был  штрих-кодтың ҡайһы берҙә ағымлы принтерҙа баҫылыуы һәм буяуҙың ҡағыҙға һеңеүе йә таралыуы менән бәйле.

EAN-13 штрих-кодтарын ҡулланыу уңайлы, ләкин мөмкинлеге сикле. Әгәр тауар ваҡ булһа, уның  этикеткаһында EAN-13 кодын һуғырға урын етмәҫкә мөмкин. Кодты бәләкәйләтеү штрихтарҙың киңлегендә сағыла. Штрихтар үтә тар булһа, сканер дөрөҫ уҡый алмаҫҡа мөмкин. Ваҡ тауарҙарҙы маркировкалау өсөн  EAN-8 штрих-код стандарты булдырылған. Уның эсендә 13 урынына 8 һан ғына кодлаштырыла.


EAN-8 кодының һәр һаны, EAN-13 кеүек үк, дүрт штрих —  ике аҡ һәм ике ҡара —  ярҙамында кодлана. Штрихтарҙың сағыштырмаса киңлеге бер, ике, өс йә дүрт берәмек булырға мөмкин. Бер һан штрихтарының дөйөм киңлеге ете берәмек тәшкил итә.  Штрихтар комбинацияһын ҡайһы йүнәлештә уҡыһаң да була. 

EAN-128 (GS1-128)

үҙгәртергә
 
Этикетка с кодом EAN-128

Был формат сәнәғәт предприятиелары араһындағы йөк тураһында мәғлүмәт тапшырыуға тәғәйенләнгән. Кодта һүҙлек (Code-128) һәм код төркөмдәре регламентланған, әммә оҙонлоғо бирелмәгән. Бындай кодта төрлө мәғлүмәт булыуы ихтимал, мәҫәлән,  тауар коды, яраҡлылыҡ мөҙҙәте, үлсәмдәр, күләм, етештереүсенең партия коды һ. б. 

GS1 милли ойошмаларының төбәк кодтары

үҙгәртергә
Префикс GS1 милли ойошмаһы
000-139 GS1 АҠШ
200-299  Эске нумерация (предприятиелар эсендә ирекле ҡулланыу өсөн)
300-379 GS1 Франция
380 GS1 Болгария
383 GS1 Словения
385 GS1 Хорватия
387 GS1 Босния-Герцеговина
400-440 GS1 Германия
450-459

490-499

GS1 Япония
460-469 GS1 Рәсәй
470 GS1 Ҡырғыҙстан
471 GS1 Тайвань
474 GS1 Эстония
475 GS1 Латвия
476 GS1 Әзербайжан
477 GS1 Литва
478 GS1 Үзбәкстан
479 GS1 Шри-Ланка
480 GS1 Филиппин
481 GS1 Беларусь
482 GS1 Украина
484 GS1 Молдова
485 GS1 Әрмәнстан
486 GS1 Грузия
487 GS1 Ҡаҙағстан
489 GS1 Гонконг
500-509 GS1 Бөйөк Британия
520 GS1 Греция
528 GS1 Ливан
529 GS1 Кипр
530 GS1 Албания
531 GS1 Македония
535 GS1 Мальта
539 GS1 Ирландия
540-549 GS1 Бельгия, Люксембург
560 GS1 Португалия
569 GS1 Исландия
570-579 GS1 Дания
590 GS1 Польша
594 GS1 Румыния
599 GS1 Венгрия
600-601 GS1 Көньяҡ Африка
603 GS1 Гана
608 GS1 Бахрейн
609 GS1 Маврикий
611 GS1 Марокко
613 GS1 Алжир
616 GS1 Кения
618 GS1 Кот д'Ивуар
619 GS1 Тунис
621 GS1 Сүриә
622 GS1 Мысыр
624 GS1 Ливия
625 GS1 Иордания
626 GS1 Иран
627 GS1 Күвейт
628 GS1 Сәғүд Ғәрәбстаны 
629 GS1 БҒӘ
640-649 GS1 Финляндия
690-699 GS1 Ҡытай
700-709 GS1 Норвегия
729 GS1 Израиль
730-739 GS1 Швеция
740 GS1 Гватемала
741 GS1 Сальвадор
742 GS1 Гондурас
743 GS1 Никарагуа
744 GS1 Коста-Рика
745 GS1 Панама
746 GS1 Доминика Республикаһы
750 GS1 Мексика
754-755 GS1 Канада
759 GS1 Венесуэла
760-769 GS1 Швейцария
770 GS1 Колумбия
773 GS1 Уругвай
775 GS1 Перу
777 GS1 Боливия
779 GS1 Аргентина
780 GS1 Чили
784 GS1 Парагвай
786 GS1 Эквадор
789-790 GS1 Бразилия
800-839 GS1 Италия
840-849 GS1 Испания
850 GS1 Куба
858 GS1 Словакия
859 GS1 Чехия
860 GS1 Сербия һәм Черногория
865 GS1 Монголия
867 GS1 Төньяҡ Корея
869 GS1 Төркиә
870-879 GS1 Нидерланд
880 GS1 Көньяҡ Корея
884 GS1 Камбоджа
885 GS1 Таиланд
888 GS1 Сингапур
890 GS1 Һиндостан
893 GS1 Вьетнам
899 GS1 Индонезия
900-919 GS1 Австрия
930-939 GS1 Австралия
940-949 GS1 Яңы Зеландия
950 GS1 Баш офис
955 GS1 Малайзия
958 GS1 Макао
977 Матбуғат баҫмалары, матбуғат (ISSN)
978-979 Китаптар (ISBN)
980 Ҡайтармалы квитанциялар
981-982 Валюта купондары
990-999 Купондар

Шулай уҡ ҡарағыҙ:

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә