Европаның иң яҡшы хоккейсыһы

«Алтын сәкән» — Халыҡ-ара хоккей федерацияһы ҡарары буйынса Европаның иң яҡшы хоккейсыһына «Известия» гәзите йыл һайын тапшырған хоккей наградаһы. Лауреат спорт журналистарының һәм Европа илдәренең хоккей федерациялары вәкилдәренең ситтән тороп тауыш биреү юлы менән һайланған. 1987 йылда иң яҡшы уйынсыны һигеҙ илдең тренеры һайлай. 1988 йылдан шайбалы хоккей буйынса Европа федерациялары һәм Халыҡ-ара хоккей федерацияһының ике етәксеһе ҡатнаша.

Алтын сәкән
{{{image}}}
Бүләкләү «Европаның иң яҡшы хоккейсыһы» титулы
Ойоштороусы Известия гәзите
Нигеҙләнгән 1979; 45 йыл элек (1979)
Беренсе бүләкләнеүсе СССР Борис Михайлов
1979
Һуңғы бүләкләнеүсе СССР Сергей Макаров
1989
Сайт https://www.iihf.com/en/home

Беренсе тапҡыр 1979 йылда Борис Михайловҡа тапшырыла.

Лауреаттар үҙгәртергә

Йыл Ил Уйынсы Позиция Клуб
1979   СССР Борис Михайлов Һөжүм итеүсе ЦСКА
1980   СССР Сергей Макаров Һөжүм итеүсе ЦСКА
1981   СССР Владислав Третьяк Ҡапҡасы ЦСКА
1982   СССР Владислав Третьяк Ҡапҡасы ЦСКА
1983   СССР Владислав Третьяк Ҡапҡасы ЦСКА
1984   СССР Вячеслав Фетисов Һаҡсы ЦСКА
1985   ЧССР Иржи Кралик Ҡапҡасы ТЕ Готвальдов
1986   СССР Сергей Макаров Һөжүм итеүсе ЦСКА
1987   СССР Владимир Крутов Һөжүм итеүсе ЦСКА
1988   СССР Вячеслав Фетисов һаҡсы ЦСКА
1989   СССР Сергей Макаров Һөжүм итеүсе ЦСКА

Һылтанмалар үҙгәртергә