Евпатий Коловрат (рус фольклоры)

Евпатий Коловрат (яҡынса 1200 1238 йылдың 11 ғинуарына тиклем)[1]) — легендар рус батыры, Батый баҫып ингән осорҙағы XIII быуат рязань халыҡ әкиәте геройы. Евпатия Коловрат тураһында телгә алған берҙән-бер боронғо рус сығанағы — «Батыйҙың Рязань ҡалаһын бөлгөнлөккә төшөрөүе тураһында повесть».

Евпатий Коловрат
Исеме

Евпатий Коловрат

Тыуған көнө

1200({{padleft:1200|4|0}})

Тыуған урыны

Иҫке Рязань станы

Вафат булған көнө

21.12.1237 һәм 11.01.1238 йылдар араһында

Вафат булған урыны

Иҫке Рязань һәм Мәскәү араһында

Гражданлығы

Бөйөк Рязань кенәзлеге

Эшмәкәрлеге

Воевода

 Евпатий Коловрат Викимилектә

Легендар биографияһы

үҙгәртергә

Кенәзлектең Иҫке Рязань станында тыуған. Рязань тарихсылары был урынды Урсов ҡаласығы тип атай. Кенәзлектең Хәрби өйәҙе территорияһында урынлашҡан.

Версияларҙың береһе буйынса[2], Черниговта («Батыйҙың Рязань ҡалаһын бөлгөнлөккә төшөрөүе тураһында повесть» версияһы буйынса Рязань кенәзе Ингвар Ингваревич менән), булғанда, монголдарҙың Рязань кенәзлегенә баҫып инеүе тураһында белеп ҡалғас, Евпатия Коловрат «аҙ һанлы дружинаһы» менән ашығыс рәүештә Иҫке Рязанға юллана, ләкин ҡала баҫып алынған һәм таланған була. Уға иҫән ҡалғандар ҡушыла. Ул 1700[3] кешелек отряды менән монголдарҙы ҡыуып китә.

Уларҙы Суздаль ерҙәрендә ҡыуып еткәс, көтөлмәгәндә һөжүм итеп, уларҙың аръергардын тулыһынса юҡ итә. «Евпатий уларҙы шул тиклем аяуһыҙ туҡмай, хатта ҡылыстар ҙа үтмәҫләнә. Ул татар ҡылыстарын ала һәм уларҙы ҡыра». Аптырашта ҡалған Евпатийға ҡаршы Батый үҙенең ҡатынының бер туғаны Хостовруланы, «… һәм уның менән бергә көслө татар полктары» ебәрә. Хостоврула Батыйға Евпатий Коловратты тере килеш килтерергә вәғәҙә бирә, әммә уның менән алышта һәләк була. Татарҙарҙың һан яғынан күп булыуына ҡарамаҫтан, Евпатий Коловрат «…ҡаты алышта татар көстәрен ҡыҫырыҡлай башлай, Батыйҙың бик күп данлыҡлы батырҙарын тар-мар итте…».

Һөйләшеүҙәргә ебәрелгән Батыйҙың илсеһе Евпатийҙан: «Нимә теләйһегеҙ?» — тип һораған, тигән риүәйәт бар. Һәм «Үлергә генә!» — тигән яуап ала. Ҡайһы бер риүәйәттәр буйынса, монголдар Евпатий отрядын нығытмаларҙы юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән таш ырғытыу ҡоралы ярҙамында ғына юҡ итеүгә өлгәшә. Рязань батырының ғәйәт ҡыйыулығына, хәрби оҫталығына таң ҡалып, Батый былай ти: «О, Евпатий! Миндә хеҙмәт итһәң, һине йөрәгемдә генә тотор инем!». Үлтерелгән Евпатий Коловраттың кәүҙәһен тере ҡалған Рязань яугирҙәренә бирә һәм, уларҙың батырлығына хөрмәт йөҙөнән, уларға бер ниндәй ҙә зыян килтермәйенсә, уларҙы ебәрергә ҡуша.

«Повесть» тың ҡайһы бер (иртә булмаған) редакцияларында атаһының исеме күрһәтелә — Львович һәм 1238 йылдың 11 ғинуарында Рязань соборында уның тантаналы ерләнеүе тураһында бәйән ителә[4][5]. Шул уҡ ваҡытта Коловраттың монголдар менән алышының теүәл датаһы һәм урыны легендаларҙа аныҡланмай. «Повесть» буйынса, Коловрат Суздаль ере сиктәрендә монголдарҙы ҡыуып еткән. Монголдар юлында Рязань еренең һуңғы ҡалаһы Коломна була, уның янында, төрлө баһалар буйынса, 1 ғинуарҙа (Храпачев Р. П.) йәки 1238 йылдың 10 ғинуарында (Каргалов В. В.) була. Шул уҡ ваҡытта, Каргалов В. В. һүҙҙәре буйынса, Коловрат монголдар менән Рязань һәм Коломна араһындағы юлда уҡ һуғыша. Монголдар юлында Суздаль еренең беренсе ҡалаһы Мәскәү була. Ул 15 ғинуарҙа ҡамала һәм 1238 йылдың 20 ғинуарында алына[6].

Евпатийҙың тарихта булыуы

үҙгәртергә

Н. Карамзин Евпатийҙың тарихта булыуын шик аҫтына ҡуймай[7].

Д. Иловайский: «был ваҡиға, күрәһең, уйлап сығарылмаған, тик халыҡтың ғорурлығы шиғри нескәлектәрҙе уйлап табыуҙа ни тиклем ҡатнашҡанын билдәләү ауыр»[8] — ти.

Д. Лихачёв Коловрат тураһында хикәйә «үҙенең килеп сығышы менән тулыһынса халыҡ эпосына бурыслы» тип яҙа[9].

 
Коржев И. Евпатий Коловрат, 2009. Ҡойолған таш, бронзаға тонировка, ҡара металл, 83х90х67см
 
Максимильян Пресняков. Евпатий Коловрат (2009)

Шиғриәт һәм әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • Николай Языков. Стихотворение «Евпатий» (1824)
  • Лев Мей. «Песня про боярина Евпатия Коловрата» (1859)[10]
  • Сергей Есенин. «Песнь о Евпатии Коловрате» (1912)[11]
  • Сергей Есенин. «Сказание о Евпатии Коловрате, о хане Батые, Цвете Троеручице, о Чёрном Идолище и Спасе нашем Иисусе Христе» (1912[12])
  • Сергей Марков. «Слово о Евпатии Коловрате» (1941)
  • Василий Ян. «Батый», ч. 3 «Евпатий Неистовый» (1942)
  • Василий Ряховский. «Евпатий Коловрат» (1947)
  • Владимир Ерохин. За русскую землю: Исторический очерк о борьбе рязанцев с Батыем, о русском богатыре Евпатии Коловрате и его брате ковале Фатьяне. — Рязань (1954)
  • Владимир Ерохин. «Евпатий Коловрат». Издательство «Московский рабочий» (1969)
  • Кончаловская Н. П. Наша древняя столица (1972[13])
  • Валентин Сорокин. «Евпатий Коловрат» (1975)[14]
  • Вронский Ю. П. Злой город (1976)[15]
  • Д. О. Силлов. «Злой город» (2007)
  • Лев Прозоров (Озар Ворон). «Евпатий Коловрат» (2009)

Мультипликация

үҙгәртергә
  • «Сказ о Евпатии Коловрате» (режиссёры — Роман Давыдов, «Союзмультфильм», 1985)
  • «Сказание о Евпатии Коловрате» (рәссамы — Б. Пашков, «Диафильм» студияһы, 1988)
  • «Легенда о Коловрате» фильмы, 2017 йыл. Режиссёрҙар — Джаник Файзиев, Иван Шурховецкий, төп ролдә — Илья Малаков.

Һәйкәлдәр

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә рус батырына өс һәйкәл бар, уларҙың барыһы ла Рязань өлкәһе территорияһында урынлашҡан:

  • Тәүгеһе 1995 йылда Шилово ҡала тибындағы ҡасабаға ҡуйыла, сөнки тап Шилов районына Иҫке Рязань станының төп ерҙәре инә, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, Унда Урсов ҡаласығы Коловрата урынлашҡан. Был урын ике йылға, Заполья (Непложи йылғаһы ҡушылдығы) һәм Урсула йылғалары, ҡушылған ерҙә урынлашҡан, Рязань кенәзлегенең Хәрби өйәҙенә ҡарай.
  • Олег Седов эшләгән икенсе һәйкәл 2007 йылдың 18 октябрендә Рязань үҙәгендә, Кремлдән алыҫ түгел урынлашҡан Почта майҙанында асыла[16].
  • Өсөнсөһө Фролов ауылынан (Рязань өлкәһенең Шиловский районы) Ряссы ауылы яғына сыҡҡан ерҙә ҡуйылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Оборона Рязани
  • Битва у Коломны
  • Оборона Владимира

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Евпатий Коловрат // Гражданская война в США — Йокота / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — С. 282. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 3).
  2. «Мир истории. Русские земли в XIII—XV веках», Греков И. Б., Шахмагонов Ф. Ф., «Молодая Гвардия», М., 1988
  3. Повесть о разорении Рязани Батыем. Дата обращения: 14 август 2009. Архивировано из оригинала 4 октябрь 2018 года.
  4. Евпатий Коловрат // Советская военная энциклопедия. — М.: Военное издательство Министерства обороны СССР, 1977. — Т. 3. — С. 282.
  5. Лобакова, 1993
  6. Храпачевский Р. П. Великий западный поход чингизидов на Булгар, Русь и Центральную Европу
  7. Карамзин Н.М. История государства Российского. — М., 1991. — Т. 3. — С. 509..
  8. Иловайский. История Рязанского княжества. — 1888. — С. 132—133.
  9. Повесть о разорении Рязани Батыем // Великое наследие. Классические произведения литературы Древней Руси / Лихачев Д.С.. — Л.: Художественная литература, 1987. — С. 78.
  10. «Песня про боярина Евпатия Коловрата» 2016 йыл 6 март архивланған.
  11. s:Песнь о Евпатии Коловрате (Есенин)
  12. s:Сказание о Евпатии Коловрате (Есенин)
  13. Кончаловская Н. П. Наша древняя столица (издание 1972 г. с ил. Владимира Фаворского) (маленькая вставная поэма о Евпатии Коловрате — в главе о татарском нашествии, озаглавленной: «Разоряя города, шла монгольская орда»).
  14. Евпатий Коловрат (поэма) 2016 йыл 16 август архивланған.
  15. Исторические рассказы в стихах. Рисунки И. Архипова. М.: Детская литература, 1976 (глава «Евпатий Коловрат», с. 32-39).
  16. Рязанские власти пообещали в следующем году заняться благоустройством у памятника Коловрату

Художестволы

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә