Евгения Шварцвальд
Евгения Шварцвальд (ингл. Eugenie "Genia" Schwarzwald, ҡыҙ фамилияһы — Нусбаум (Nußbaum); 1872—1940) — Австрия педагогы һәм йәмәғәт эшмәкәре, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшсе.[7]
Евгения Шварцвальд | |
нем. Eugenie Schwarzwald | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Австрия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | нем. Eugenie Nussbaum |
Тыуған көнө | 4 июль 1872[3][1] |
Тыуған урыны |
Полупановка[d], Подволочисcкий район[d], Тернополь өлкәһе, СССР[4] Тернополь, Королевство Галиции и Лодомерии[d], Цислейтания[d], Австро-Венгрия[1] |
Вафат булған көнө | 7 август 1940[5][6][1] (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Цюрих[d], Швейцария[1] |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, яҙыусы, фәлсәфәсе |
Уҡыу йорто | Цюрих университеты[d] |
Уҡыусылар | Grete Kolliner[d] |
Евгения Шварцвальд Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1872 йылдың 4 июлендә Австро-Венгрия империяһы Галиция өлкәһе (хәҙерге Украинаның Подволочиссы районы) Полупановка ауылында Лев Нусбаума (Leo Nussbaum) һәм уның ҡатын Эстер (Ester Nussbaum) йәһүд ғаиләһендә тыуған. Ҡустыһы Антон Норст (Нусбаум) — Австрия журналисы һәм чиновнигы.
Черновцы ҡалаһында педагогия колледжында белем алған, артабан 1895—1900 йылдарҙа Цюрих университетында немец телен һәм башҡа предметтарҙы (инглиз телен, фәлсәфәне һәм педагогиканы) өйрәнгән. „Metapher und Gleichnis bei Berthold von Regensburg“ тигән диссертацияһы өсөн 1900 йылдың 30 июлендә ул Австрия ҡатын-ҡыҙҙары араһынан тәүгеләрҙән булып фәлсәфә докторы дәрәжәһен алған.
1900 йылдың 16 декабрендә Һерман Шварцвальдҡа (Hermann Schwarzwald) кейәүгә сыға, улар 1901 йылда Венала йәшәгән. Евгения бында Элеонора Джейтелес ( Eleonore Jeiteles, 1841–1918) ҡыҙҙар лицейы етәксеһе булып эшләй. Әммә империяның мәҙәниәт һәм мәғариф министрлығы уға мәктәп менән етәкселек итеүгә ваҡытлыса өс йыл биргән, ә 1905 йылда уға математика уҡытыусыһы Людвиг Дёрфлерҙе (Ludwig Dörfler) лицейҙың директоры итеп тәғәйенләргә тура килгән.
1911 йылдан 8-класслы ҡыҙҙар реаль гимназияһы менән етәкселек иткән, был Австрияла ҡыҙҙар юғары белем ала алған тәүге мәктәп булған. Евгения Шварцвальд педагог булараҡ билдәлешәхестәрҙе саҡырған: Оскар Кокошка (һынлы сәнғәт һәм графика), Адольф Лоз (архитектура), Арнольд Шёнберг һәм Эгон Веллес (музыка), Ганс Кельзен (социология һәм иҡтисад) һәм Отто Роммель (әҙәбиәт). Шулай уҡ Роммель 1916 йылдан 1919 йылға ҡәҙәр гимназияның директоры булған.
Беренсе донъя һуғышы осоронда ул йәмәғәт аш-һыу бүлмәләрен, приюттар һәм уҡыу йорттары ойошторған. Инфляция осоронда ( Inflationszeit) «Германия өсөн ярҙамға Австрия хеҙмәтен» («Österreichische Freundeshilfe für Deutschland») нигеҙләгән һәм Берлинда коммуналь аш-һыу бүлмәләрен асҡан. Һуғыш аҙағында балалар һәм ололар өсөн бер нисә ял йорттары, шул иҫәптән Шоштандә, Земмерингтә, Бад-Ишлдә, Мёдлингтә, Райхенау-ан-дер-Ракста, Вайдхофен-ан-дер-Ибстә һәм Бад-Фишау-Бруннда асҡан, шулай уҡ Вена ҡалаһының Фаворитен районында малайҙар өсөн йәштәр оҫтаханаһын ойошторған.
1933 йылдан Евгения Шварцвальд социал-демократтар тарафынан эҙәрлекләнгән Германиянан килгән ҡасаҡтарға ярҙам иткән. 1938 йылда үҙенең йәһүд сығышлығы арҡаһында Австрияны ташлап китергә мәжбүр була һәм Швейцарияға эмиграциялай; уның мәктәптәре ябылған. Уның ире 1938 йылда шулай уҡ Швейцарияға эмиграциялай һәм бында 1939 йылда вафат булған.
Евгения Шварцвальд 1940 йылдың 7 авгусында Цюрихта вафат булған.
Хәтер
үҙгәртергә2011 йылда уның хөрмәтенә Вена ҡалаһының Донауштадт районы урамдарының береһе аталған.
Билдәле уҡыусылары
үҙгәртергә- Элси Альтманн-Лоос — бейеүсе, актриса һәм оперетта йырсыһы;
- Вики Баум — музыкант (арфала уйнаусы) һәм яҙыусы;
- Анна Фрейд — психолог һәм психоаналитик, Зигмунд Фрейдтың кесе ҡыҙы;
- Алиса Гердан-Цукмайер — яҙыусы;
- Рут Карплус — рәссам һәм модельер;
- Эдит Крамер — рәссам, арт-терапия пионеры;
- Мария Лазарь — яҙыусы;
- Элизабет Нойманн-Виртель — актриса;
- Эльза Паппенхайм — психиатр һәм психоаналитик;
- Хильда Шпиль — яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист;
- Хелена Вайгель — актриса һәм театраль администратор;
- Алма Виттлин — сәнғәт белгесе, яҙыусы, педагог.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Gadzinski A. Eugenie „Genia“ Schwarzwald // KALLIOPE Austria (нем.): Frauen in Gesellschaft, Kultur und Wissenschaft — Wien: Bundesministerium für Europa, Integration und Äußeres, 2015. — S. 194—195. — ISBN 978-3-9503655-5-9
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118763075 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Schwarzwald Eugenie (Genia), geb. Nussbaum // biografiA: Lexikon österreichischer Frauen (нем.) — 2016. — Vol. 3. — S. 3025. — ISBN 978-3-205-79348-9 — doi:10.7767/9783205793489
- ↑ (unspecified title) — Institución Alfonso el Magnánimo. — Т. 3. — Б. 3025.
- ↑ Eugenie (Genia) Schwarzwald (geb. Nußbaum) // https://www.musiklexikon.ac.at/ml/musik_S/Schwarzwald_Eugenie.xml
- ↑ Eugenie Schwarzwald // [Eugenie Schwarzwald Frauen in Bewegung 1848–1938] (нем.) — Österreichische Nationalbibliothek, 2006.
- ↑ Schwarzwald Eugenie
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Renate Göllner. Mädchenbildung um 1900: Eugenie Schwarzwald und ihre Schulen. Dissertation an der Universität Wien 1986, OCLC 61330367.
- Renate Göllner. Ein frühes reformpädagogisches Projekt: Eugenie Schwarzwald, eine Pionierin der Mädchenbildung, Universität Klagenfurt, Klagenfurt 1995, DNB 946575916.
- Robert Streibel. Eugenie Schwarzwald und ihr Kreis. Picus, Wien 1996, ISBN 3-85452-294-0.
- Haag, John. "Schwarzwald, Eugenie". Women in World History, Vol. 14: Schu-Sui. Waterford, CT: Yorkin Publications. pp. 30–33. ISBN 0-7876-4073-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Schwarzwald , Eugenie 2022 йыл 13 апрель архивланған.
- Biographie Eugenie Schwarzwald 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.
- Женщины Вены в европейской культуре.Доктор Евгения Шварцвальд (1872–1940) 2019 йыл 25 май архивланған.