Бартенев Евгений Константинович

(Евгений Бартенев битенән йүнәлтелде)

Бартенев Евгений Константинович (9 ғинуар 1944 йыл — 26 май 2008 йыл) — партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1991—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1997 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты.

Бартенев Евгений Константинович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 9 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Вафат булған көнө 26 май 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

Биографияһы

үҙгәртергә

Евгений Константинович Бартенев 1944 йылдың 9 ғинуарында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда Куйбышев ҡалаһында башлай. Был 19641967 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Запасҡа сыҡҡандан һуң, Салауат нефть химияһы комбинатының 34-се цехында аппаратсы булып эшләй. 19691975 йылдарҙа Өфө нефть институтының Салауат ҡалаһындағы филиалында уҡый.

КПСС ағзаһы. 1976—1991 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы, бүлек мөдире, секретары булып эшләй. 1991—1992 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Салауат ҡалаһы советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1997 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы була.

Евгений Константинович Бартенев Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы‑Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты булып һайлана[1].[2].

Өйләнгән була. Ҡыҙы бар.

Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылғас, «Салауатгаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе булып эшләй.

2008 йылдың 26 майында Салауат ҡалаһында вафат була[3].

Хакимиәт башлығы вазифаһындағы эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Евгений Константинович Бартенев Салауат ҡалаһы хакимиәте булып эшләгәндә торлаҡ төҙөлөшө дауам итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә