Ева Шпильрейндың утар йорто

(Ева Шпильрейндың айырым йорто битенән йүнәлтелде)

1897

Иҫтәлекле урын
Ева Шпильрейндың айырым йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Пушкин урамы, 83
Төҙөлгән ваҡыты 1897
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы
Ҡапҡа һәм мемориаль таҡта

Ева Шпильрейндың айырым йорто — Дондағы Ростов ҡалаһының Пушкин урамында урынлашҡан торлаҡ йорт (83-сө йорт). Айырым йорт төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[1].

Килем йорто 1897 йылда төҙөлә[2]. Был йортта өс ҡыҙы менән ирле-ҡатынлы Шпильрейндәр йәшәгән. Йорт теш табибы Ева Марковна Шпильрейн (1863—1922) милкендә була, йортта шулай уҡ теш табибы кабинеты урынлашҡан була[3]. Уның ҡыҙы Сабина Николаевна Шпильрейн ошо йортта балалыҡ һәм үҫмер йылдарын үткәрә. Сабина Николаевна Шпильрейн киләсәктә билдәле психоаналитик булып китә[4].

1914 йыл мәғлүмәттәр буйынса, Шпильрейн килем йортонда Бельгия консуллығы урынлаша, фатирҙарҙың береһен Төркиә консулы ҡуртымға ала. Башҡа фатирсылары присяжный поверенныйҙар, инженерҙар, коммерсанттар була.

Совет власы урынлашҡандан һуң, килем йорто национализациялана. Ева Шпильрейн балалары менән сит илгә күсеп китә. Уның иренә парад баҫҡысы аҫтында бәләкәй генә бүлмә ҡалдыралар, ул үлгәнгә тиклем шунда йәшәй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында килем йортоноң ҡыйығы өлөшләтә емерелә. Һуғыш тамамланғандан һуң шунда уҡ йортто яңынан тергеҙәләр һәм фатирсылар йортҡа инәләр.

Архитектура

үҙгәртергә

Өс ҡатлы бина планда П-рәүешле конфигурациялы. Пушкин урамының ҡыҙыл һыҙығы буйынса урынлашҡан. Бинаның ихатаға сыҡҡан эске ҡабырғаларында, иң тәүҙә ҡуртымға бирелгән торлаҡ бүлмәләре була. Ихатала шулай уҡ лапаҫ, ҡар баҙы, ат һарайы урынлашҡан була.

Архитектурала һәм бина фасадтарын биҙәүҙә архитектор ренессанс, барокко һәм классицизм элементтарын тәбиғи рәүештә берләштерә. Төп фасадтың үҙәк өлөшө, ҡабырғаларында дүрт ҡырлы ярым колонналар булған, ике яруслы лоджиялы сығынтылары менән иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Фасадының ҡабырға өлөштәрендә тәҙрә аралыҡтарында көнсығыш орнаменты менән биҙәлгән вертикаль сығынтылар бар. Беренсе ҡаты йөҙө эшкәртелмәгән дүрткел таштар йәбештереп көпләнгән. Уртала йоҙаҡ ташы һәм арыҫлан маскаһы менән биҙәлгән ике арка урынлашҡан (парад ишеге һәм ихатаға инеү өсөн). Бынан тыш, фасадтың биҙәлешендә семәрле йөҙлөктәр, аркалы уйымдарҙың тирәстәре, декоратив кронштейндар ҡулланылған.

Мемориаль таҡтаташ

үҙгәртергә

2002 йылда бинаның фасадында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, унда ошондай текст бар:

«Был йортта 18851942 йылдарҙа К. Г. Юнг һәм З. Фройдтың данлыҡлы уҡыусыһы, психоаналитик Сабина Шпильрейн йәшәгән»[5].

Мемориаль таҡта Ростов скульпторы Б. Н. Кондаков тарафынан эшләнгән[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 23 сентябрь 2013.
  2. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 101—102. — ISBN 5-8456-0489-3.
  3. Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица. — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — С. 40—47. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87688-250-X.
  4. 4,0 4,1 Галина Пилипенко: Кира Найтли станет ростовчанкой. spielrein.ru. Дата обращения: 23 сентябрь 2013. 2013 йыл 28 сентябрь архивланған.
  5. Постановление мэра г.Ростова н/д от 16.10.2002 n 2163 о наименованиях улиц, установке мемориальных досок. russia.bestpravo.com. Дата обращения: 23 сентябрь 2013.