Дөйә ҡаяһы
Дөйә (рус. Верблюд) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Светлый районындағы ҡая. Региональ әһәмиәттәге геологик һәм геоморфологик тәбиғи ҡомартҡы[1][2].
Дөйә ҡаяһы | |
Нигеҙләү датаһы | 21 май 1998 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Дөйә ҡаяһы Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәДөйә һынын хәтерләткән ҡая Ырымбур өлкәһе Светлый районындағы Восточный ауылынан 8,5 км көньяҡ-көнсығыштараҡ, Әсеһыу (Ащесу) йылғаһының һул ярында, тамағынан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны — 3 гектар.
Статусы
үҙгәртергәДөйә ҡаяһы Ырымбур өлкәһе башлығының 1998 йылдың 21 майында ҡул ҡуйған «Ырымбур өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡылары» тураһындағы бойороғо нигеҙендә региональ әһәмиәттәге геологик һәм геоморфологик тәбиғи ҡомартҡы тип иғлан ителгән[3][4] Дөйә ҡаяһы һыны Светлый районының флагында һәм гербында һүрәтләнгән[5].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКварциттан торған ҡая тәбиғи йоғонто һөҙөмтәһендә дөйә һынына инеп үҙгәргән. «Дөйә» ҡатмарлы бүлкәттәрҙән тора, уның уртаһында 14 метр бейеклектә ике кварцит ҡая урынлашҡан. Ҡая тирәләй ҡоралай, мышы, һыуыр (байбаҡ), төлкө осрай. Үҫемлектәрҙән селек, спирея, гөлйемеш, ҡара емешле мүшмел, дал сейәһе, айыу баланы үҫә. Петрофит үләндәр хас. Ҡаяла күк күгәрсен, һөдһөд, дала торомтайы оя ҡора[1].
Риүәйәттәр
үҙгәртергәДөйә ҡаяһына бәйле ике риүәйәт бар. Тәүгеһе буйынса, боронғо заманда тәкәббер дөйә Урал тауҙарының данына көнләшеп, уның менән ҡеүәтен үлсәп ҡарарға ҡарар иткән. Әммә ул алыш урынына килеп еткәс, тау менән тау ғына көрәшә ала тип, илаһтар дөйәне ташҡа әйләндергәндәр.
Икенсе риүәйәт уңдырышлы ерҙәр эҙләп далалар буйлап килгән каруан хаҡында һөйләй. Әммә ҡояш эҫеһенән һәм һыуһыҙлыҡтан кешеләр һәм хайуандар һәләк булған. Ахыр сиктә, ҙур карауандан бер генә дөйә тороп ҡалған. Алыҫта ул яр буйын һутлы йәшел менән ҡаплаған йылғаны күрә лә хәл туплар өсөн ергә ятҡан, әммә ҡояш нурҙары аҫтында ташҡа әйләнгән. Ул йылға Әсеһыу (Ащесу) булғандыр, сөнки дөйәнең башы нәҡ уның яғына ҡарап тора[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Скала Верблюд
- ↑ Чибилев А. А., Мусихин Г. Д., Павлейчик В. М., Паршина В. П. «Зеленая книга Оренбургской области: Кадастр объектов Оренбургского природного наследия». Оренбург: Изд.-во «ДиМур», 1996
- ↑ РАСПОРЯЖЕНИЕ ГЛАВЫ АДМИНИСТРАЦИИ ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ от 21 мая 1998 года N 505-р О памятниках природы Оренбургской области
- ↑ Скала Верблюд//ООПТ России
- ↑ Решение Совета депутатов муниципального образования Светлинский район Оренбургской области от 21.04.2009 № 397 «О гербе и флаге муниципального образования Светлинский район Оренбургской области»