Дөйә мәсете
Дөйә мәсете йәки Ән-Нәҡәт (ғәр. جامع الناقة) — Ливияның баш ҡалаһы мәсете. Легенда буйынса мәсет X-XI быуаттарҙа һалынған. Әҙәбиәттә беренсе тапҡыр XIV быуатта телгә алына. Ливияның баш ҡалаһы Триполиҙа иң боронғо мәсет тип һанала.
Мәсет | |
Ән-Нәҡәт мәсете манараһы | |
Ҡала | Триполи |
йүнәлеш, мәктәп | сөнни |
Мәсет төрө | Йәмиғ мәсете |
Архитектура стиле | ислам архитектураһы |
Төҙөлөш | ???—1560 йылдар |
Дөйөм майҙаны | 282 |
Көмбәҙҙәр һаны | 32 |
Манаралар һаны | 1 |
Торошо | эшләй |
Легенда
үҙгәртергәЛегенда буйынса мәсет Фатими хәлифәлегенең дүртенсе хәлифәһе Әл-Мүғәз-үл-Диниллаһ тарафынан үҙгәртеп ҡорола. Икенсе легенда буйынса, мәсет төҙөү хәлифә Әл-Ғәзиз Билләһ бүләк иткән алтын тейәлгән дөйә тарихы менән бәйле була. Шулай уҡ мәсет 1019 йылда Сәфәрдәй тарафынан үҙгәртеп ҡоролған тигән фараз да бар. Был хаҡта мәғлүмәттәр мәсетте реконструкциялау ваҡытында мәрмәр таҡтасала табылған. Әммә быларҙың барыһы ла тарихи йәһәттән абруйлы түгел һәм төҙөлөштөң аныҡ датаһын күрһәтә алмай. Ливия тарихсылары, был мәсет Фатимиҙар осорона ҡарамай, тип иҫәпләй, сөнки бина улар архитектураһына хас булмаған стилдә төҙөлгән, тип һылтаналар. Шулай уҡ улар, «Дөйә мәсете» атамаһы Ғосман осоронда барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләй.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәДөйә мәсете иҫке ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Фнидек майҙанынан алыҫ түгел, унан сыҡҡан тар тыҡрыҡта, Гадамеси һәм Хавас ҡунаҡханалары янында, шулай уҡ алыҫ түгел урынлашҡан Әхмәт-паша Ҡараманлы мәсетенән йыраҡ түгел урынлашҡан. Мәсет бинаһы Ливия стилендә төҙөлгән, ҡыйығында күп һанлы бәләкәй көмбәҙҙәр булыуы тап уға хас. Мәсеттең биҙәлеше ябай, яҙыуҙары һәм декоратив һырлауҙары юҡ[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Луиджи Витторио Бертарелли[It]: Guida d’Italia del Touring Club Italiano. Possedimenti e Colonie. Милан. Touring Club Italiano, 1929, с. 287—288.