Дәүләт гуманитар фәндәр академик университеты
Дәүләт гуманитар фәндәр академик университеты (ГАУГН) — Рәсәй Фәндәр академияһы институттарында нигеҙләнгән Рәсәй юғары уҡыу йорто.
Дәүләт гуманитар фәндәр академик университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1994 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Рәсми сайт |
gaugn.ru[2] gaugn.ru/en-us/ |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:ДГФАУ уҡытыусылары |
Дәүләт гуманитар фәндәр академик университеты Викимилектә |
Башта Рәсәй гуманитар белем биреү үҙәге (РЦГО), Дәүләт гуманитар фәндәр университеты (ГУГНА) исемдәрен йөрөтә. Университеттың хәҙерге тулы атамаһы — Юғары белем биреү федераль дәүләт белем биреү бюджет учреждениеһы «Дәүләт академик гуманитар фәндәр университеты».
Тарихы
үҙгәртергәРәсәй Фәндәр академияһы ғилми эшмәкәрлектән тыш, һәр ваҡыт белем биреү проекттары менән шөғөлләнә. Үҙенең күп йыллыҡ тарихы дауамында Рәсәй Фәндәр академияһы күп кенә уҡыу йорттары булдырыуға булышлыҡ итә: Санкт-Петербург университеты, Мәскәү дәүләт университеты, Ҡазанда, Дерпттә университеттар, Диңгеҙ академияһы, Шляхет корпусы, Тау инженерҙары корпусы, Варшава университеты һәм башҡалар.
1990 йылдар башында Рәсәй фәндәр академияһы янында айырым университет булдырыу идеяһы барлыҡҡа килә, был уларҙың Рәсәй йәмғиәтендә гуманитар белем ҡытлығын өлөшләтә ҡаплар ине. 1992 йылда Рәсәй гуманитар белем биреү үҙәге шундай белем биреү учреждениеһы булып китә. Уны төҙөүгә Рәсәйҙең күренекле ғалимдары ҙур өлөш индерә. Улар рәтенә академик А. О. Чубарьян, В Л. Макаров, А. А. Гусейнов, В С. Степин, В. А. Ядов, Б. Н. Топорнин һәм башҡалар инә.
Тәүге концепция Фәндәр академияһы эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрен солғап алған университет асыуҙы, шул иҫәптән университет структураһында теүәл фәндәр факультеты булыуын күҙаллай. Исем лә икенсе төрлө итеп фаразлана — Рәсәй Фәндәр академияһы Университеты (РФАУ). Әммә килеп тыуған төрлө характерҙағы ҡыйынлыҡтар арҡаһында был идея тормошҡа ашырылмай.
1994 йылдың 24 февралендә Рәсәй гуманитар белем биреү үҙәге Юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы (Университет) статусын ала. Ошо мәлдән башлап Рәсәйҙең яңы университеты әүҙем үҫешә башлай. Бер нисә йыл дауамында, башлыса база кафедралары һәм фәнни-белем биреү үҙәктәре урынлашҡан академик институттар етәкселеге инициативаһы буйынса, йыл һайын факультет асыла.
1998 йылдың 21 авгусында Үҙәк Дәүләт гуманитар фәндәр университеты итеп үҙгәртелә.
2007 йылдың 18 июнендә университет ректоры вазифаһын тарих фәндәре докторы М. В. Бибиков биләй, академик А. О. Чубарьян университет президенты була.
2008 йылда уҡыу йорто академик статусы ала һәм Дәүләт гуманитар фәндәр академик университеты исемен йөрөтә башлай.
Әлеге ваҡытта Дәүләт гуманитар фәндәр академик университеты Президенты булып Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Дөйөм тарих институтының ғилми етәксеһе А. О. Чубарьян, ә ректоры булып — тарих фәндәре кандидаты Д. В. Фомин-Нилов тора.
Белем биреү процесында алдынғы Рәсәй ғалимдары ҡатнаша, шуның арҡаһында уҡытыу ватан һәм донъя фәндәренең өр яңы ҡаҙаныштарын ҡулланып алып барыла.
2018 йылда «Рәсәй бөгөн» Халыҡ-ара мәғлүмәт агентствоһының «Социаль навигатор» рейтингына ярашлы, Рәсәйҙең иң популяр гуманитар юғары уҡыу йорттары исемлегендә 44-се урын биләй[3].
Структураһы
үҙгәртергәУниверситеттың факультеттары һәм әҙерлек йүнәлештәре Рәсәй Фәндәр академияһының профиле буйынса ярашлы институттарында урынлашҡан.
Тарих факультеты — Рәсәй фәндәр академияһының Дөйөм тарих институты, РФА Археология институты
Донъя сәйәсәте факультеты — Рәсәй фәндәр академияһының Дөйөм тарих институты, Рәсәй фәндәр академияһының АҠШ һәм Канада институттары
Политология факультеты — Рәсәй Фәндәр академияһының Философия институты
Юридик факультет — Рәсәй Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институты кадрҙары потенциалы
Психология факультеты — Рәсәй Фәндәр академияһының Психология институты
Социология факультеты — Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты
Философия факультеты — Рәсәй Фәндәр академияһының Философия институты
Иҡтисад факультеты — Рәсәй Фәндәр академияһының Үҙәк иҡтисад-математика институты
Көнсығыш факультеты — Рәсәй Фәндәр академияһының Шәрҡиәт институты
Дәүләт гуманитар фәндәр академик университеты базаһында Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы тарих буйынса фәнни-методик совет эшләй.
Етәкселеге
үҙгәртергәПрезиденты — Чубарьян, Александр Оганович
Ректоры — Фомин-Нилов, Денис Валерьевич
Беренсе Проректор — Промыслов Н. В.[4]
Проректоры — А. С. Яковлев
Проректоры — В. В. Сутырин
Ғилми журналдары
үҙгәртергә- Электронный научно-образовательный журнал «История» (ЭНОЖ «История») — по истории
- ЭНОЖ «Nauka.me» — для начинающих исследователей в области социально-гуманитарных наук.
- ЭНОЖ «Полилог/Polylogos»[5] — выходит четыре раза в год, о политической науке, философии политики и философии истории.
- ЭНОЖ «Искусственные общества» — для исследований искусственных обществ.
Мөһим саралары
үҙгәртергәДәүләт гуманитар фәндәр академик университеты түбәндәге сараларҙың ойоштороусыһы һәм ойошторошоусыһы булып тора: халыҡ-ара тарихсылар мәктәбе, Week Moscow Science фәнни форумы, «Гуманитарное пространство мегаполиса» форумы[6], йәш ғалимдар өсөн Мәскәү Хөкүмәте Премияһы, Рәсәй Фәндәр академияһында Бөтә Рәсәй медиафорумы, «Пространство Евразия» Халыҡ-ара медиафорумы һәм башҡалар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Google Knowledge Graph — 2012.
- ↑ Рейтинг востребованности вузов в РФ — 2018
- ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Журнал Полилог.
- ↑ Елена Новосёлова. Российская история выйдет на новый уровень // Российская газета, 19.06.2014.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- www.gaugn.ru — официальный сайт ГАУГН