Дәүләт гимны
Дәүләт гимны (шулай уҡ милли гимн, милли йыр) — ил хөкүмәте тарафынан рәсми милли йыр булараҡ дәүләт символдарының береһе тип танылған тантаналы патриотик музыкаль композиция. Милли йырҙарҙың күпселеге марш йәки гимн стилендә яҙылған, ғорурлыҡ һәм ил тарихына ихтирам уята, үҙ халҡының традицияларын һәм көрәшен сағылдыра.
Тарих
үҙгәртергәИң боронғо милли гимн тип япон гимны «Кимигаё» һанала. Уның тексы Хэйан осорондағы шиғырҙар йыйынтығынан алынған (794—1185), әммә уның өсөн музыка яҡынса 1880 йылда яҙылған.
Милли гимндар Европала XIX быуатта, милли-дәүләттәр барлыҡҡа килеү менән барлыҡҡа килә, әммә ҡайһы бер гимндар күпкә иртәрәк барлыҡҡа килә. Иң боронғо дәүләт гимны — Нидерланд гимны, уны «Вильгельм» тип атайҙар.
Иң билдәле дәүләт гимндарының береһе, Бөйөк Британияның дәүләт гимны «Хоҙай, королеваны һаҡла» беренсе тапҡыр 1619 йылда «Хоҙай, королде һаҡла» исеме аҫтында башҡарыла. Уны йәмәғәт һәм тантаналы сараларҙа, шулай уҡ монарх ҡатнашлығында башҡаралар. Был гимн рәсми рәүештә Бөйөк Британияның дәүләт гимны тип иғлан ителмәй, әммә ул йола һәм даими ҡулланыу арҡаһында шулай булып китә.
Телдәр
үҙгәртергәДәүләт гимны йыш ҡына илдең милли йәки киң таралған телендә башҡарыла. Берҙән ашыу милли телле дәүләттәрҙең үҙ гимнының бер нисә версияһы булыуы мөмкин, мәҫәлән:
- «Швейцария мәҙхиәһе», Швейцария конфедерацияһының дәүләт гимны, илдең дүрт рәсми теленең һәр береһендә дүрт тексты бар (француз, немец, итальян һәм романш теле)
Башҡарыу
үҙгәртергәДәүләт гимндары төрлө осраҡтарҙа башҡарыла. Гимндың башҡарылыуы ғәҙәттә билдәле бер ритуал менән оҙатыла. Ғәҙәттә был хәрби хөрмәт, баҫып тороу, баш кейемдәрен алыу һ.б. Сит ил дәүләт эшмәкәрҙәре килгән саҡта уларҙың иленең гимнын башҡарыу дипломатик протокол менән билдәләнә.
Дәүләт гимндары милли байрамдарҙа һәм фестивалдәрҙә, шулай уҡ спорт саралары ваҡытында башҡарыла.
Ҡайһы бер илдәрҙә дәүләт гимны уҡыусылар мәктәп дәрестәре башланыр алдынан көн һайын башҡара. Бындай ритуал, мәҫәлән, Танзания мәктәптәрендә ҡабул ителә.[2]
Күп кенә радио- һәм телевизион станциялар дәүләт гимнын иртән, тапшырыуҙар башланғандан һуң, һәм кис, тапшырыу тамамланғандан һуң башҡара[3].
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә«Marcha Real» — Испанияның дәүләт гимны. Донъялағы дүрт дәүләт гимнының береһе — Босния һәм Герцеговина, Сан-Марино һәм Косово гимндары менән бер рәттән — рәсми һүҙҙәре юҡ. Элек һүҙҙәре булһа ла, улар хәҙер бөтөнләй ҡулланылмай.[4]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- nationalanthems.me/ - донъяның һәр иленең милли гимндары (аудио, текстар, мәғлүмәт)
- Донъя дәүләттәренең дәүләт гимндары 2008 йыл 9 апрель архивланған. (mp3-файлдар)
- nationalanthems.info/ - милли гимндарҙың текстары һәм тарихы
- http://www.national-symbol.com/ (mp3-файлдар)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ M. de Bruin, «Het Wilhelmus tijdens de Republiek», in: L.P. Grijp (ed.), Nationale hymnen. Het Wilhelmus en zijn buren. Volkskundig bulletin 24 (1998), p. 16-42, 199—200; esp. p. 28 n. 65. (нид.)
- ↑ 17 June 2013. Tanzania: Dons Fault Court Over Suspension of Students (Page 1 of 2) . allAfrica.com (17 июнь 2013). Дата обращения: 19 июнь 2014. Архивировано 26 ноябрь 2013 года.
- ↑ Identity: Nationalism confronts a desire to be different . Financial Times. Дата обращения: 20 март 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.
- ↑ Spain – Marcha Real . NationalAnthems.me. Дата обращения: 23 ноябрь 2011.