Рамана ҡәлғәһе

(Дүрт мөйөшлө ҡәлғә битенән йүнәлтелде)

Раманалағы дүрт мөйөшлө ҡәлғә (әзерб. Ramana qalası) — Баҡы ҡалаһының Рамана ҡасабаһында урынлашҡан. XIV быуатта төҙәлгән[1]. Ҡәлғәнең бейеклеге 15 метр, 4 ҡатламлы.

Рамана ҡәлғәһе
Нигеҙләү датаһы XIV быуат
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Рамана[d]
Архитектура стиле Ширван-Апшерон архитектура мәктәбе[d]
Карта
 Рамана ҡәлғәһе Викимилектә

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Ҡәлғәне «Кёроглу», «Нәсими» һәм «Бабек» фильмдарын төшөргәндә файҙаланғандар. «Кёроглу» фильмын төшөрә башлағанса ҡәлғә ярым емерек хәлдә булған һәм 1956 йылда яңынан тергеҙелгән.[2]. Ҡәлғәнең артҡы өлөшөндә күҙгә тик ташланып тормаған ҡаяташ бар, фильмдағы тореадор Кёроглу арияһы тап шул таш эргәһендә башҡарылған булған. Ауыл кешеләре уны иҫтәлекле ҡомартҡы һанап, килгән кешеләргә шуны күрһәтергә ярата[3].

Архитектура үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Ҡәлғә диуарында яғында өҫкә күтәрелә торған ике баҫҡыс бар. Был баҫҡыстар буйлап ҡыйыҡҡа күтәрелеп, ауылды күреп була.

Раманалағы ҡәлғә ҡаяла эшләнгән. Диуарҙары тәбиғи рәүештә ҡаяларҙы дауам иткән кеүек. Ҡәлғәгә инеү юлдары дошмандан һаҡланыу өсөн уңайлы итеп эшләнгән. Апшерондың башҡа ҡәлғәләренән айырмалы, бормалы баҫҡысҡа инер ишек иҙән кимәлендә, ә бейектәрәк урынлашмаған. Ул төҙөлөшө яғынан да айырыла — ҡаяның дауамы һымаҡ итеп эшләнгән, X быуаттағы ҡәбиләләрҙең тамғаларын һаҡлай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бретаницкий, Усейнов, Саламзаде, 1963, с. 393
  2. Nuriyev A. Qapısı qıfıllı qala (әзерб.) // Kaspi. — 2010. — С. 8.
  3. Усейнов М., Бретаницкий Л., Саламзазаде А., История архитектуры Азербайджана, М., 1963


Һылтанмалар

үҙгәртергә